logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

«Ижади майҙан»

Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылы уңайынан Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы БР Яҙыусылар берлеге, Урал аръяғы райондарының йәмәғәтселеге менән берлектә «Ижади майҙан» исемле күсмә саралар комплексын ойошторҙо. Унда Баймаҡ районынан Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов етәкселегендәге делегация ла ҡатнашты. Уның составында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Гөлсинә Зәйнуллина һәм Айгөл Иҙелбаева ла булды.
Сараның пленар өлөшө халыҡ ижады үҙәгендә үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов үҙ сығышында Мәҙәниәт һәм рухиәт йылының төп концепцияһы – «Мәҙәниәт — киләсәктең образы» тип билдәләне, шуға ярашлы был сарала ҡатнашыусы һәм кем үҙ алдына ижадсы, рухлы башҡорт тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйырға, ошо идеяны үҙенең башҡа милләттәштеренә лә еткерергә тейеш, тигән бурыс ҡуйҙы. Шул маҡсаттан ойошторолған «Ижади майҙан» күсмә саралар комплексы сиктәрендә туғыҙ йүнәлеш буйынса ижади майҙансыҡтарҙа эшләйәсәк спикерҙар сәхнәгә сығып, үҙҙәренең эш пландары менән таныштырҙы.
Әҙәбиәт бүлегендә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев Урал аръяғы райондарынан килгән Яҙыусылар берекмәһе ағзалары, әҙәби берекмәләр етәкселәре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Зәки Арыҫлан улы телмәрендә хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең бурыстары һәм проблемаларына ҡағылды, әҙәбиәткә йәштәр килмәүен билдәләне. “Республикала поэмалар конкурсы ойоштороп, уға йомғаҡ яһағандан һуң: “Әҙәбиәт Өфөлә түгел, ә райондарҙа ҡайнай”, – тигән фекер тыуҙы, шуға ла райондарҙа йәшәгән ижадсыларҙы туплау матсатында ла йыйылдыҡ”, – тине ул. Урындағы яҙыусыларҙы йышыраҡ матбуғат биттәренә сығырға саҡырҙы, ошондай сараларға йышыраҡ йөрөргә, гранттарҙа ҡатнашырға кәңәш итте. Төп баҫым йәш ижадсыларҙы үҫтереү зарурлығына яһалды.
Яҙыусы, радиожурналист, тәржемәсе Рәсүл Сәғитов башҡорт мәҙәниәтенә образдарҙы формалаштырыуҙа журналистиканың роле тураһында сығыш яһаһа, шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина шиғырҙарҙы үҙебеҙҙең телдә генә яҙыу менән генә сикләнмәй, мотлаҡ икенсе телдәргә лә тәржемә итеп, киңерәк ҡатлам уҡыусыларҙы ылыҡтырыу зарурлығын һөйләне. “Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын донъя телдәренә тәржемә иттерә башлағайныҡ, икенсе милләттәштәребеҙ шылтырата ла: “Рәми Ғарипов кем ул? Ул бит беҙҙең тел тураһында яҙған! Беҙҙең телгә тәржемә иткән кешегә халыҡ шағиры исеме бирергә кәрәк!” – тиҙәр”, – тип рухланып һөйләне, подстрочник буйынса презентация күрһәтте.
Оҫталыҡ дәресенән һуң З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт интституты студенттарының “Ауыл уҡытыусыһы” исемле вербатимы ауыл уҡытыусыһының йәнле лә, йәмле лә, төрлө интригалар ауы менән бәйле лә ысын тормошон асып, барлыҡ тамашасыны шаңҡытты. Башҡа район вәкилдәре лә был тамашаны үҙҙәренең райондарына алып килеүҙәрен һораны. Шулай итеп «Ижади майҙан» исемле күсмә саралар комплексы эшлекле шарттарҙа үтте. Киләсәктә бындай саралар башҡа райондарҙа ла үтәсәк, тип белдерҙе ойоштороусылар.