Тыуған ер, тыуған төйәк рухи көс, ижадҡа юл аса. Кеше һәр ваҡыт тыуған еренә тартыла. Таңсулпан Ғарипова юҡҡа ғына беҙҙең арала түгел. Ул ҙур ғүмер байрамын билдәләй һәм үҙенең тормош йомғаҡтарын барлар өсөн яҡташтарына ҡайтҡан. Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижади ҡатын-ҡыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты, иң көслө прозаигыбыҙ Таңсулпан Хисбулла ҡыҙы Ғарипова менән осрашыу кисәһен беҙ ни өсөн һәр төрлө сағыу төҫтәре менә һушты алған йәйғорға тиңләйбеҙ?
Күп яҡлы ижады менән Таңсулпан Ғарипова башҡорт әҙәбиәтендә йәйғор кеүек балҡый. Әҙәбиәт һөйөүселәр менән уның хикәйә, повесть, роман, драма, шиғыр, йыр, балалар өсөн әҫәрҙәр авторы булыуына иғтибарҙы йүнәлттек. Ижадын секцияға бүленеп анализ яһаныҡ. Һәр бер кеше төрлө секцияға яуаплы ине. Мәғариф ветерандары Ишһылыу Йомағужа ҡыҙы (хикәйә), Ғәлиә Нуриәхмәт ҡыҙы (роман), Илдүсә Азат ҡыҙы (повесть), башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Илүзә Нурислам ҡыҙы (драма), башҡорт теле уҡытыусыһы Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙы (балалар ижады), йыр-моңға ғашиҡ ауылдашыбыҙ Гөлшат Нурғәлина (йыр). Һәр сығыш яһаусының янында ултырған балалар әҙибәгә төрлө һорауҙар бирҙе. Сулпан Шаһибалова “Китмәгеҙ, торналар” драмаһынан, Гөлмирә Нарынбаева “Күгәрсен йыры” хикәйәһенән өҙөк сәхнәләштерҙе. Айлина Ғүмәрова “Заһиҙә” бейеүен башҡарһа, Уралиә Кинйәбулатова яратҡан яҙыусыһының портретын эшләп тапшырҙы. Сәғилә Ғайсина әҙибәнең яратҡан балан бәлешен бешергән. Һәр кем яҡташыбыҙға ниндәйҙер сюрприз эшләп һөйөндөрҙө.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙына шундай һорау бирелде: “Таңсулпан апайҙа һеҙҙе иң ғәжәпләндергәне нимә?” – “Таңсулпан Хисбулла ҡыҙының һөйләһә һүҙе бар, йырлаһа моңо бар. Мине иң ныҡ ғәжәпләндергәне шул. Бик һирәктәргә генә бирелә торған оло талант эйәһе ул. Ошондай осрашыуҙар кәрәк, ул күңелебеҙҙе байыта, рухыбыҙҙы нығыта, бер-беребеҙгә күңел йылыһы өләшергә мөмкинселек бирә”.
Ауыл хакимәте башлығы Илдар Шәһәрғәзе улы, мәктәп директоры Айнур Иршат улы, әҙәбиәт һөйөүселәр, матур сара иҫтәлеге итеп яҙыусыға бүләктәр тапшырҙы. Кисә барышында район китапхана хеҙмәткәре Гөлназ Ильяс ҡыҙы яҙыусының китаптарын һатыу ойошторҙо. Билалдар әҙибәнән автограф та алып ҡыуанды.
Йәйғорҙоң сағыу ете төҫө бар. Етенсе төҫтө “Йәйғор” бейеү ансамбле етәксеһе Дилара Сәлимйән ҡыҙы (шиғриәт) тамаланы. Уҡыусылар Таңсулпан Ғарипованың һүҙҙәренә яҙылған “Һөйөү вальсы” йырына вальс бейеүҙәре иң матур өлөш булды. Таңсулпан апай йәштәр менән бергә вальсҡа төшмәй түҙә алманы. Тап ошо ансамбль ҡыҙҙары ҡунаҡтарҙы “Самауыр” бейеүе менән ҡаршы алғайны. Афарин!
Яҙыусының хикәйәләрендә, повестарында, романдарында, драма әҫәрҙәрендә халыҡтың йәшәү рәүешенең төрлө төҫтәре, биҙәктәре ята. Асыҡлап әйткәндә ижадында йәйғорҙоң барлыҡ төҫө лә бар. Туған халҡы, йәғни меңәрләгән уҡыусыһы уны үҙ итте. Уның ижадын беҙгә әле өйрәнергә лә өйрәнергә.
“Йәйғорло ижад”
Билал ауыл китапханаһында үткән әҙәби кисә ни өсөн “Йәйғорло ижад” тип аталды?