logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Йәнле тереһыу шишмәһе һин, “Йәнгүҙәй!”

Бөгөн Башҡорт теле көнө,
Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Рух байрамы һеҙҙе көтә,
Ҡосаҡ йәйә китаптар!
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө уңайынан һәм Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең 25 йыл тулыуы айҡанлы “Йәнле тереһыу шишмәһе һин, “Йәнгүҙәй!” исемле әҙәби-музыкаль кафе үтте. Унда телем, илем тип йән атҡан рухлы ижадсылар йыйылды. Баймаҡ-ара биләмә китапханалар селтәре директоры Зилә Мортазина оҙаҡ йылдар әүҙем шөғөлләнгән берекмә ағзаларына мәҙәниәт бүлеге исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Мәғлүм булыуынса, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе 1998 йылда барлыҡҡа килгән. 2007 йылдан Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләк исемен йөрөтә. 2009 йылда 31 авторҙан торған “Ирәндек гәүһәрҙәре” исемле тәүге, 2022 йылда 42 авторҙың ижадын туплаған “Ирәндек гәүһәрҙәре-2”, ә быйыл Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Рәйес Рәйес Түләктең тыуыуына 65 йыл тулыуына арналған “Ирәндек гәүһәрҙәре-3” китаптары донъя күрҙе. Ошо өс томда бөтәһе 120 авторҙың ижады ингән.
Кисәлә шиғырҙар һәм йырҙар берекмә тарихына бәйле мәғлүмәттәр, иҫтәлектәр менән аралашып барҙы, ижадсылар йомаҡтар систеләр, мәҡәлдәрҙе тәржемә иттеләр, Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” китабын уҡырға саҡырыу яңғыраны, Ғәлим Хисамовтың “Президент Рәхимов” романындағы һирәк осраған һүҙҙәрҙе өйрәнделәр. Сәй табыны артындағы әҙәби-музыкаль кисә бик йылы шарттарҙа үтте. Туған башҡорт теле, әсәй, тыуған яҡ, Тыуған ил һағындағы ир-егеттәребеҙ өсөн ут йотоуҙар, киләсәккә өмөт, бәхет тураһындағы шиғырҙарҙан берсә күңелдәр тетрәнеп, йәштәр атылып сыҡһа, шаян, моңло йырҙарҙан кәйефтәр күтәрелде.