«Йөрәгемдә – бар доньяға һөйөү»
Күренекле шағирә Фирүзә Абдуллинаның 65 йәшлек юбилейы айҡанлы, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы «Йөрәгемдә – бар доньяға һөйөү» исемле бәйге иғлан иткәйне. Бәйгенең тәүге этабы ауыл китапханаларында үтһә, еңеүселәүҙәрҙе билдәләү, йомғаҡлау тантанаһы район үҙәк китапханаһында ойошторолдо. Бәйгелә 33 бәйгесе ҡатнашып үҙ-ара көс һынашты. Баһалама төркөмө: жюри рәйесе Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Сабирова, Өфө ҡалаһынан режиссёр, сценарист Дилә Мөхәмәтйәрова һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре Айгөл Иҙелбаева һәм Гөлназ Гүмәровалар район кимәлендә ҡатнашҡан еңеүселәрҙе билдәләнеләр.
1- се категория еңеүселәре (16 – 35 йәш): 1 – се урын Азалия Хоҙайғолова (Кәрешкә ауылы), 2 – се урын Инзилә Иҫәнғужина (2 – се Этҡол ауылы), 3 – сө урын Гөллирә Нарынбаева (Билал ауылы), Нурсилә Ғүмәрова (Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей интернаты).
2-се категория еңеүселәре (36 – 50 йәш): 1-се урын Эльвира Әхмәтова (Сыңғыҙ ауылы), 2-се урындар Илсиә Сәйетова (Ҡолсора ауылы) һәм Зилә Үтәбаева (Түбә ауылы), 3 – се урын Нурия Мортазина (Байыш ауылы).
3 – се категория еңеүселәре (51 һәм унан өлкәнерәк йәштәгеләр): 1 – се урындар Гөлнур Раева (Буранбай ауылы) һәм Зөлфирә Хәсәнова (1 – се Этҡол ауылы). 2 – се урындар: Фәрзәнә Ильясова (Ишмөхәмәт ауылы), Айгөл Абдрахимова ( Иҫке Сибай ауылы). 3 – сө урындар Фәннүрә Раева (Буранбай ауылы) һәм Мәрйәмә Бикҡолова ( Ишбирҙе ауылы).
Шиғыр бәйгеһе Фирүзә Абдуллина шиғырҙарына яҙылған йырҙар менән үрелеп барҙы. Моңло тауышлы талантлы яҡташтарыбыҙ Флүрә Туйсина, Таңһылыу Урманова, Айгөл Абдрахимовалар башҡарған йырҙар бәйгелә ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. Шиғыр бәйгеһендә ҡатнашҡан еңеүселәргә һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға зур рәхмәт!
Район кимәлендә үткән был шиғыр бәйгеһендә Фирүзә Абдуллинаның тормошсан, һәр кем күңеленә ауаздаш тойғоларҙы йыйған шиғырҙары әҙәбиәт һөйөүселәр, хис доньяһын үҙ күреүселәр күңелендә яҡты тойғолар, кисерештәр ҡалдырҙы. Булмышы менән тормошҡа, кешеләргә, тыуған еренә ғашиҡ яҡташыбыҙға ижади уңыштар, илһамлы, бәхетле ғүмер теләйбеҙ, емешле ижады өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Фотолар: vk.com/album-36585846_31188…