“Йөрәктәрҙе бәйләр һүҙ көсө”
Башҡорт китабы аҙналығы сиктәрендә Йомаш һәм Ярат ауылдарында яҙыусы, уҡытыусы, публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Хәйҙәр Тапаҡовтың ижадына арналған “Йөрәктәрҙе бәйләр һүҙ көсө” исемле осрашыу кисәләре үтте.
Йомашта яҙыусыны ауыл биләмәһе башлығы Барый Миңлебаев сәләмләне, ауыл халҡын ҡыуандырып ошондай күңел байрамы ойошторған өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Хәйҙәр Ниғәмәт улы ижадҡа һуҡмағы шиғриәт аша килеүен, ләкин үҙенең шағир түгеллеген аңлағас, яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтың тәҡдиме менән прозаға килеү тарихын бәйән итте. Шулай уҡ драматургияла ла үҙен һынап ҡарауы уңышһыҙ килеп сығыуы хаҡында һөйләне. Әммә уның был фекерен инҡар итеп йомаштар яҙыусының “Тылсымлы һүҙ” исемле уймаҡ хикәйәһенән бик матур сәхнә әҫәре ҡуйҙы. Бынан тыш “Серҙәштәр” вокаль ансамбленең урындағы ижадсы Сәлимә Барлыбаева һүҙҙәренә Дамир Солтанов ижад иткән “Ҡайтам әле”, кисә башында Венер Фәттәхов һүҙҙәренә Вәғиз Ғәзизов яҙған “Сәләм һеҙгә”, Ишбирҙе ауылы һандуғасы Камилә Хәйризаманова ғүмер һәм ваҡыт тураһындағы моңло йырҙары кисәгә аһәң өҫтәне.
Ярат ауылында һөйләшеү башлыса матбуғаттың бөгөн хәле тураһында барҙы. Хәйҙәр Тапаҡов үҙе менән булған хәлгә нигеҙләнгән “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” повесы тураһында әҫәрләнеп һөйләне, “Салыу һөйәге” хикәйәһе хаҡында һөйләп көлдөрөп тә алды. Ғөмүмән, яҙыусының хикәйәләре еңелсә юмор менән һуғарылған булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Тәүге һөнәре медицина булараҡ яҙыусы ижадында ошо өлкәне камил яҡтырта. Әҫәрҙәренең прототиптары тураһында ла һорауҙар булды. Артабан Хәйҙәр Тапаҡовтың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы былтыр “Ағиҙел” журналында баҫылған “Мәсет” повесы буйынса фекер алышыу үтте, һорауҙар ҙа күп булды. Автор һәр һорауға төплө, ентекле яуаптар бирҙе. Ярат “Илһам” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, Хәйҙәр Тапаҡов һүҙҙәренә Дамир Солтанов ижад иткән “Һиңә ҡайттым бына тыуған яғым” йырын башҡарып, авторҙың “ мин шағир түгелмен, ә ни бары шиғырсымын ғына” тигән фекерен инҡар итте. Унан тағы ла шиғырҙар көтөүҙәрен белдерҙеләр. Шулай уҡ “Ғүмәриә” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле ғүмер тураһында йыр, “Етегән” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле Рәсимә Назарова сығарған Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнап үҙҙәре сығарған таҡмаҡтарҙы башҡарҙы.
Әйткәндәй, Хәйҙәр Тапаҡовтың “Йәшлеккә ҡайтыу” исемле китабы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Хәйҙәр Ниғәмәт улы өсөн тәҡдимнамә хаты әҙерләп, осрашыуҙар барышында ҡултамғалар йыйҙы. Кисәләр һуңында яҙыусы ике ауыл ҡатнашыусыларына ла үҙенең әҫәрҙәре баҫылған “Ағиҙел” журналын һәм “Киске Өфө” гәзитен өләште.