logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Йөрәктәрҙә һүнмәҫ изгелек” исемле проектҡа старт бирелде.

Баймак биләмә ара үҙәк китапханаһында изгелеккә, мәрхәмәтлеккә арналған “ Йөрәктәрҙә һүнмәҫ изгелек “исемле сара үтте. Был сараның маҡсаты китапхана хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән “Йөрәктәрҙә һүнмәҫ изгелек” исемле проект менән таныштырыу, йәмәғәт ойошмаларын, ауыр хәлгә ҡалған ғаиләләрҙе,мөмкинселектәре сикләнгән өлкән һәм урта йәштәге, балаларҙы китапханаға, китап уҡыуға йәлеп итеү ине. Сара проект менән таныштырыуҙан башланып китте. Ҡаланың төрлө йәмәғәт ойошмаларынан килгән белгестәр (инвалидтар , һуҡырҙар ойошмаһы), “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре, район йәштәр бүлеге, Ағинәйҙәр ойошмаһы проектҡа ҡарата үҙҙәренең тәҡдимдәрен һәм теләктәрен әйтеп үттеләр.
Ә Сибай ҡалаһынан саҡырылған махсус ҡунаҡ Айгөл Мутигуллина менән осрашыу сараның матур бер биҙәге булды. Яҙмыш аяуһыҙлығына, ғәҙелһеҙлегенә бирешмәй, бар булғаны хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләгән Айгөлдең сығышы, дәртле бейеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Ә Баймаҡ ҡалаһының сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре Биктимиров Хәлилдең өҙҙөрөп баянда, Хәйбуллин Илшаттың моңло ҡурайҙа уйнауы кисәгә йәм өҫтәне.