logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Йога: тән һәм йән сәләмәтлеге.

 

17 ғинуарҙа китапхана янындағы сәләмәт тормошто яратыусылар клубының сираттағы осрашыуында һүҙ йога тураһында барҙы. Сарала йога буйынса тәжрибәле инструктор, билдәле журналист, бар яҡтан да гүзәл ҡатын-ҡыҙ Земфира Ғәҙелшина ҡатнашты. Ул йоганың кеше организмына, күңел торошона, йәшәйешенә тәьҫир итеү көсө хаҡында һөйләне, үҙ тәжрибәһенән сығып миҫалдар килтерҙе. Земфира йогала 4-се йыл. Йога төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртә, сәләмәтлекте нығыта, кәйефте күтәрә, рухи камиллыҡҡа килтерә. “Кеше үҙенең һәр күҙәнәген тыңлай белергә тейеш, үҙегеҙҙең организмығыҙҙы тыңларға өйрәнегеҙ”, – тине ул. Артабан йога буйынса инструктор яңы башлаусылар өсөн йоганың иң ябай, файҙалы күнекмәләре менән таныштырҙы. Клуб ағзалары уларҙы бик теләп өйрәнде. Күнекмәләр тәндәрҙе “уятып” ебәргәндәй булды.

Был осрашыуҙан һәр кем үҙенә ыңғай тәьҫораттар, күтәренке кәйеф, дәрт алып таралышты. Физик һәм рухи сәләмәтлек сәғәте бүләк иткәне өсөн Земфира Ғәҙелшинаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, һәр башланғысында уңыштар теләйбеҙ.

Сәләмәт тормошто яратыусылар клубына теләгән һәр кеше йөрөй ала. Көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар. Һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа, сәләмәт булайыҡ! Киләһе осрашыуҙар хаҡында төркөмдә хәбәр итербеҙ.