logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Йорт-музейҙа ҡунаҡта

Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейында ҡунаҡта Баймаҡ районының биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина булып китте. Ул музейыбыҙҙа асылған күргәҙмәләр менән танышып сыҡҡас, тәҡдимдәр һәм кәңәштәр китабына түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдырҙы:
✍? “2020 йыл Баймаҡ районының күренекле шәхестәре – Абдулхаҡ Игебаев, Аҫылғужа Баһуманов һ.б. ҡәләм оҫталарының юбилейҙары менән иҫтәлекле. М.Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейында ойошторолған уларға арналған ике күргәҙмә менән танышып сыҡтым. Баймаҡ районының, республиканың данын арттырған шәхестәргә бай экспозициялар ойошторолған. Яҡташтарыбыҙҙың тормошон, бай ижадын сағылдырған күргәҙмә өсөн БР Милли әҙәбиәт музейы һәм Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт! Был күргәҙмәләрҙе күберәк кеше килеп күрһен, әҙиптәребеҙҙең ижадын өйрәнһендәр ине!”
Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ ҙә музейыбыҙға рәхим итеп, 17 октябргә тиклем беҙҙең күргәҙмәләр менән танышып ҡалырға өлгөрөгөҙ❗