logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

”Көлә-көлә апрель килә”

Көлөү кешегә көс-ҡеүәт бирә, оптимист булырға этәрә. Әгәр был көндө һеҙҙән көләләр,һеҙҙе алдайҙар икән,бик һәйбәт.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында 1 апрелгә арналған ”Көлә-көлә апрель килә”исемле сара үтте. Саҡырылған ҡунаҡтар юмор оҫтаһы, пародист Ишдәүләт Сәфиуллин, хикәйәләр авторы Гөлдәр Кәримова, башҡорт психологы, стендапер Гөлсөм Урманова, үҙе менән тормошта булған хәл-ваҡиғаларҙы көлкөлө итеп һөйләгән Рима Йәғәфәрова, актерлыҡ һәләтенә эйә булған Гөлбикә Кейекбаевалар ҡаланың 3-сө мәктәп уҡыусылары, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары алдында сығыш яһап, уларға шатлыҡлы, көлкөлө минуттар бүләк иттеләр. Район мәҙәниәт йорто йырсыһы Әлфинә Исмәғилева башҡарыуындағы күңелле йыр сараға тағыла йәм өҫтәне. Китапхана хеҙмәткәрҙәре төшөргән заманса вайндар, саҡырылған ҡунаҡтарҙың интермедиялары, пародиялары тамашасылар күңеленә хуш килде.
Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең һәр ваҡытта ла кәйефтәрегеҙ күтәренке, күңелдәрегеҙ шат, йөҙҙәрегеҙҙән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен! Сөнки йылмайған-көлгән кешенең ғүмере оҙон,һаулығы, иммунитеты ныҡ була! Көлкө көнө менән!