logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Күренекле шағирә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй

Көслө рухлы, оло йөрәкле яратҡан яҙыусыбыҙға иҫәнлек һаулыҡ, бәхет, ялҡынлы ижад ҡомарығыҙҙың һүрелмәүен, маҡсаттарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!!!💐
💢Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Белорет районының Инйәр ҡасабаһында 1952 йылдың 10 июнендә донъяға килә. Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтында юғары белем алғандан һуң гәзиткә күсә. Райондың «Урал» гәзитендә ябай хәбәрсенән 1988 йылдан уның баш мөхәррире булып китә.
💢Шиғри йыйынтыҡтар авторы «Мөхәббәткә хөкөм юҡ» тигән йыйынтыҡта уның да бер шәлкем хикәйәләре бар. Бигерәк тә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ижад итергә ярата. Башҡортостандың 12- се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланған. 1995 йылдан яҙыусылар союзы ағзаһы. Гүзәл Ситдиҡова бик күп китаптар авторы: «Текетек», “Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым”, “Күсле ил — көслө ил”, “Машина ниңә «дүрт-дүрт, ти»”, “Йәннәт баҡсаһы”, “Йәш ғаиләгә нәсихәттәр” исемле китаптары башҡорт әҙәбиәтендә лайыҡлы урын алып, китап уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы.