Күренекле шағир Рәмил Әхмәт улы Йәнбәковтың тыуыуына 70 йыл
Рәмил Йәнбәк 1952 йылдың 10 авгусында Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында тыуған. Уға 7 йәш ярым булғанда ауыр һуғыш яраларынан атаһы үлеп китә,ә малай етемлектең ҡыйынлыҡтарын байтаҡ татый.
Үҙ ауылында – башланғыс, күрше Теләүембәт ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте, Өфөләге 1- се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлай. Бер йыл тыуған ауылында эшләгәс, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында шиғырҙар, хикәйәләр яҙа. “Шоңҡар” әҙәби–ижад берләшмәһендә әүҙем шөғөлләнә, уның старостаһы була.
Бишенсе курста уҡып йөрөгәндә Рәмил Йәнбәков “Йәншишмә” гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. Бында 18 йыл эшләп, хәбәрсенән баш мөхәрриргә саҡлы хеҙмәт юлы үтә. Артабан “Китап” нәшриәтендә баш мөхәррир, директор була. Башҡортостан Яҙыусылар идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһында, “Ағиҙел”, “Ватандаш” журналдарының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Башҡорт һәм рус телдәрендәге 8 шиғри йыйынтыҡ авторы, әҫәрҙәре шулай уҡ татар, сыуаш, ҡалмыҡ телдәрендә лә баҫылды.
Рәмил Йәнбәктең китабында йәштәр ҙә, өлкәнерәк быуын кешеләре лә үҙҙәренең хистәренә ауаздаш шиғырҙарҙы табып ҡыуаныр, йыуаныр. Уның байтаҡ шиғырҙары йәшәү мәғәнәһенә, изгелек һәм мәкерлеккә арналһа, мөхәббәтте данлаған әҫәрҙәре шағирҙың ижадында төп урынды алып тора.
Һеҙ, кешеләр, онотмағыҙ мине:
Бер ғашиҡ йән инем доньяла.
Матурлыҡты һөйөп туҡтаманым,
Күҙ туйманы, күңел туйһа ла.