logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Күсейҙә – “Сәләмәтлек көндәлеге”.

Күсей ерендә Сәләмәтлек көнө саф һауала башланды. Баһалама ағзаларын, Әбүбәкиров М.Ә. етәкселегендәге Аҡморон ауыл биләмәһе вәкилдәрен Күсейҙең “скандинавсы” ҡатын-ҡыҙҙары сәләмәтлеккә, скандинав йөрөшөнә арналған таҡмаҡтар менән ҡаршы алды. Мәҙәниәт йорто фойеһында биләмәнең гүзәл заттары тарфынан әҙерләнгән ҡамыр, ит һәм һөт ризыҡтары, ҡул эштәре, дарыу үләндәре күргәҙмәһе эшләне. Бай тәбиғәтле ырыҫлы ерҙә үҫкән шифалы үләндәрҙең 60-ҡа яҡын төрөн тәҡдим итте күсейҙәр. Күргәҙмәләге дарыу үләндәрен башлыса Рәхимә Кинйәбаева һәм Клара Уйылданова йыйған. Емеш-еләктән, ит һәм һөттән әҙерләнгән ризыҡтар ҙа төрлөлөгө менән ҡыҙыҡһыныу уятты. Ауыл ерендә мал тотоп йәшәүсе кешенең өҫтәле ысынлап та һыйлы була.

Эстафета альбомы тапшырылғас, күсейҙәр сәхнәлә юғалып барған йолаларҙың береһе – “Бесән туйы”н сәхнәләштерҙе. Борон бесәнгә төшөү алдынан ҙур байрам ойошторолған. Туғайҙа һарыҡ һуйып, ҡорбан ашы үткәрелгән, был сауаплы мәжлескә туғандар, яҡын кешеләр бергә йыйылған, үләндәрҙе, ҡоштарҙы, ағастарҙы һыйлағандар. Аят уҡылған, теләктәр әйтелгән, Аллаһ ризалығы алынған, шунан ғына эш башланған. Был сәхнәләштереүҙә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр берҙәй дәррәү ҡатнашты. Ауыл биләмәһе башлығы Әбсәләмов М.Р., мәктәп директоры Уйылданов Ҡ.Ш. ҡатнашыуы ла һөйөндөрҙө.

Биләмәлә спорт һөйөүсе, спорт менән шөғәлләнгән балалар, йәштәр, ғаиләләр бихисап. Бында волейбол, мини-футбол, скандинав йөрөшө, өҫтәл теннисы, еңел атлетика, саңғыла шыуыу популяр. Волейбол буйынса егеттәр һәм ҡыҙҙар командалары төрлө ярыштарҙа һәр саҡ призлы урындар яулай. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең урындағы тренеры Сәфәрғәлин Х.Х. бокс секцияһы алып бара. Сәхнәгә уның тәрбиәләнеүселәре, Баймаҡ, Әбйәлил, Урал аръяғы, республика буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән, еңеүҙәр, призлы урындар яулаған малайҙар, егеттәр күтәрелде, үҙ таҫыллығын, көсөн күрһәтте. Ауылдың скандинав йөрөшө менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙары спорт бейеүен күрһәтте. Спорт менән шөғөлләнеүсе Дилбәр һәм Хәмзә Сәфәрғәлиндар ғаиләһе лә һоҡланыу уятты. Ғаиләнең ир-егеттәре боксҡа өҫтөнлөк бирһә, гүзәл заттары шашка уйынына, саңғы шыуыуға маһир. Дилбәр Фәрит ҡыҙы шулай уҡ скандинав йөрөшөн дә үҙ итә. Волейбол уйыны иһә бар ғаиләнең яратҡан спорт төрө. Ғөмүмән, биләмәлә спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Округтар араһында ла ярыштар үткәрелә. Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов исемендәге кубокка спорт ярыштары ойошторола. 8 март алдынан округ ҡатын-ҡыҙҙары араһында сәмле волейбол ярышы үткән.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың “Ҡыҙыл башмаҡтар” хикәйәһенән сәхнәләштерелгән өҙөк бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Күсейҙәр 2 апрелдә эстафетаны Таулыҡай ауыл биләмәһенә тапшырасаҡ.
ФОТОАЛЬБОМ ??https://vk.com/album-36585846_280255687