logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

«Китап-байрам»

Бөгөн, күркәм «Китап-байрам» сараһының дауамы булып район үҙәк китапханаһының әҙәби ҡунаҡханаһында әҙәбиәтте яратҡан, һүҙ, тел ҡәҙерен белгән хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙ һәм китапхананың тоғро дуҫтары ҡатнашты. Сара барышында китаптың кеше яҙмышына йоғонтоһо һәм уҡыуҙың әһәмиәте тураһында йәнле әңгәмә барҙы. Француз философ-мәғрифәтсеһе Дени Дидро яҙған: «Кеше китап уҡымаһа, фекерләүҙән туҡтай» тигән һүҙҙәргә төплө – фәһемле фекерҙәр әйтелде. Ысынлап та, китап уҡыған кешенең фекерләү ҡеүәһе лә, телмәре лә, аралашҡанда үҙҙәрен ышаныслы тотоуҙары ла, тормошта лайыҡлы урын табыуҙары ла тураһында әйтеп үттеләр. Баймаҡ башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин районыбыҙҙа башҡорт телендә иң күп китап уҡыған уҡыусыларға, ғаиләләргә, балаларға Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырып үтте.
Шулай уҡ, китапхана сараларын юғары кимәлдә үткәреүгә үҙ өлөшөн индергән республика йыр бәйгеләре лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Туйсина, Баймаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Искәндәр Тайбугиндар район китапханаһы исеменән Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр.
Китап байрамына арналған сарала китапҡа һәм әҙәбиәткә тоғролоҡ һаҡлаған кешеләрҙе күреү айырыуса ҡиммәтле булды. Башҡорт әҙәбиәтенә һөйөү һәм яҙыусыларыбыҙҙың ижадына тәрән ихтирам һаҡлаған хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.