logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

#КитаплыФото

Күгиҙел ауылында китап уҡырға яратҡандар бик күп. Бигерәк тә өлкән йәштәге ир -аттарҙың китап уҡыуы ҡыуаныслы. Ғәлин Камил, Мәжитов Урал, Бикташев Рамаҙан, Дәүләтшин Тимербулат ағайҙар тәүгеләр рәтендә.
Илдәге пандемия осоронда китапханаға йөрөүселәргә сикләүҙәр булһа ла, китаптарҙы өйҙәренә алып барып биреү мөмкинселеге бар. Хатта ҡаланан йәйге каникулға ҡунаҡҡа килеүсе балалар ҙа китап алдырып уҡыйҙар. Китаптар ваҡытында йыйып алына һәм урынына икенселәр тапшырыла. Әле китапхана тарафынан ойошторолған #КитаплыФото хештегы аҫтында фотолар интернет селтәрендә урын ала башланы.