logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Китаптан хәреф эҙләмә, аҡыл эҙлә.

Билал ауыл китапханаһында үткән сираттағы сара ошондай исем аҫтында үтте. I класс уҡыусылары, уларҙың етәксеһе Илүзә Нурислам ҡыҙы менән берлектә башҡорт халыҡ әкиәте “Йомро-йомро йомғағым”ды бергәләп өйрәндек. Бәләкәстәр әкиәт тыңлап ҡына ҡалманы төрлө һорауҙарға яуап бирҙе, әкиәтте үҙҙәре лә һөйләп күрһәтте.
Балаларҙың телмәрен тәрбиәләүҙә башҡорт халыҡ уйындарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Милли халыҡ уйындары бер ҡасан да актуаллеген юғалтмай, сөнки уйын аша бала үҙенең һәләтен, уйлау һәләтен, аралашыу мөмкинлеген камиллаштыра. Шуға күрә, беҙҙең китапхана дәресе йыш ҡына уйындар менән аралашып бара. Был юлы ла беҙ уҡыусылар менән “Күмер йөҙөк”, “Осто-осто” кеүек уйындарҙы бергәләп уйнаныҡ. Кескәйҙәр уйындарҙы бигерәк яратып уйнаны, үҙҙәренең һәләттәрен лә күрһәтте. Ә инде кисә аҙағында бергәләп, дәртләнеп бейеүҙәренә хатта үҙебеҙ ҙә түҙмәй ҡушылып киттек.
Бала саҡта китап уҡыуҙан да күңелле нәмә юктыр. Бигерәк тә ул китапта һиңә таныш хәлдәр тураһында яҙылған булһа, уны ҡат-ҡат уҡыйһы, улар тураһында иптәштәреңә һөйләйһе   килә. Ундай китаптар — беҙҙе бала саҡтан ҙур тормошҡа оҙатып ҡалыусы иң яҡын дуҫтарыбыҙ, һәр кеше китапты үзенең иң яҡын дуҫы итеп күрә  белһен  ине.