Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллинға арналған “Иңдәрендә булды ил ғәме” исемле хәтер кисәһе.
Донья фани, әҙәм ғүмере-
Нәҡ бер серле йомғаҡ,
Йылдар аша ярһып-ярһып
Елеп китә йыраҡ.
Елә йомғаҡ, ә кешенең
Ерҙә балҡый эше.
Тимәк, яҡты эше менән
Үлемһеҙ бит кеше –
тигән һүҙҙәр менән башланды Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллинға арналған “Иңдәрендә булды ил ғәме” исемле хәтер кисәһе. ”Баймакская энциклопедия”, ”Сказание о земле Баймакской”, ”Баймакский край” китаптарына ингән күренекле шәхес, БР-ның ауыл хужалығы хеҙмәткәре, СССР мәғариф отличнигы Әкрәм Әғзәм улына 16 февраль көнө 80 йәш тулыр ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы тормош мәңгелек булһа ла, кеше ғүмере сикләнгән шул.
Ғүмеренең һәр минут-сәғәтен тик хеҙмәткә, изгелеккә генә арнаған, кешеләр күңелендә яҡты хәтер ҡалдырған яҡташыбыҙ Әкрәм Ниғмәтуллиндың хәтер кисәһендә уның ҡәҙерле тормош иптәше Рәсимә Әхәт ҡыҙы, балалары, туғандары, ауылдаштары, унан һабаҡ алып, ышанысын аҡлап бер дәүерҙә бергә эшләгән хеҙмәттәштәре ҡатнашты.
Яҡындары Әкрәм Әғзәм улының иғтибарлы, хәстәрлекле ғаилә башлығы, йомшаҡ күңелле атай булыуын иҫтәренә төшөрөп үтте. Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азат Шәрипов, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре: матбуғат һәм хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре Салауат Мөхәмәтшин, хужалыҡ һәм урындағы үҙ идара органдары ветераны Рафаэль Байрамғолов, дәүләт һәм хужалыҡ етәкселәре Илшат Ситдыҡов, Хәлит Сөләймәнов, Рим Сыңғыҙов, китапхана ветераны Луиза Дәүләтшина һәм башҡалар Әғзәм Әкрәм улының эшһөйәрлеген, намыҫсанлығын, кешелеклеген, ябайлығын һәм алдынғы ҡарашлы етәксе булыуын, шулай уҡ йәш белгестәрҙе яуаплы эшкә өйрәтеүен, талапсан булыуын, уның ҡул аҫтында күп эшкә өйрәнеп ҡалыуҙарын әйтеп үтттеләр. Сарала ҡатнашыусылар Рәсимә Әхәт ҡыҙының сабырлығына һоҡланып, тулыһынса хөкүмәт эшенә бирелгән Әкрәм Әғзәм улына терәк-таяныс булғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙеләр.
Сараны Әкрәм Әғзәм улының яратҡан “Сибай” көйөн ҡаланың Ғ.Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәте мәктәбе ҡурайсыһы Камил Фәйзуллиндың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Туйсинаның “Әрем еҫе” һәм “Кейек ҡаҙҙар” йырҙарын (баянда Хәлил Биктимеров) башҡарыуы биҙәне.