logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Кусеевская-сельская библиотека

Яҙҙың матур көнөндә бөгөн Күсей китапханаһында 21 март – Бөтә донья шиғриәт көнөнә арналған “Шиғриәт кисәһе“үтте.Шәхестәргә бай тыуған ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шағирҙары халыҡ шағиры А.Игебаевтың,яугир патриотик шағир Б.Вәлиттең,Башҡортостандың атҡазанған мәҙәниәт эшмәкәре М.Байрамғоловтың шиғырҙары уҡылды.Баймаҡ районында, шулай уҡ китапханала үткән шиғыр бәйгеләрендә призлы урындар яулаған конкурсанттар буләкләнде,улар үҙҙәренең яратҡан шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙеләр.”Сутылдаҡтар”ҡурсаҡ театры,Ишбердина Яңылбикәнең,Лилиә Игебаеваның сығыштарын бик яратып ҡабул иттеләр.Уҡытыусылар В.Зәйнуллинаны һәм Н.Утәғолованы балаларға шиғриәткә һөйөү уятҡандары ,китапханала үткән барлыҡ сараларҙа актив ҡатнашҡандары өсөн почет грамоталары менән бүләкләнделәр.Барығыҙға ла ҙур рәхмәт,артабан да шулай әүҙем булығыҙ,шиғриәтте һөйөүегеҙ һүнмәһен һәм һүрелмәһен.