“МӨХӘББӘТКӘ ГЕНӘ ТЕҘЛӘНДЕМ….”
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында юғары категориялы врач, хирург-травматолог, паталогоанатом, мануалист, онколог, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Фирғәт Хисмәтуллинға арналған “МӨХӘББӘТКӘ ГЕНӘ ТЕҘЛӘНДЕМ….” исемле мемориаль кисә үтте. Кисәлә Фирғәт Шәһиғәле улының хеҙмәттәштәре, ауылдаштары, дуҫтары, һөйөклө ғаиләһе һәм туғандары ҡатнашты, һәр береһе, хәтирәләр йомғағын һүтеп, йөрәк юшҡындарын таратты, күңел түрендә йөрөткән яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Республикала билдәле ғалимдарҙың береһе, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы һәм Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Йәлил Һөйөндөков кисәлә икенсе амплуала – йырсы булараҡ ҡатнашты һәм башҡорт йырҙарын яратҡан, үҙе лә моңло итеп йырлаған Фирғәт Хисмәтуллиндың яратҡан “Тыуған ауылым”, “Тик өмөтөмдө генә өҙмә!” йырҙарын йөрәктәргә үтерлек итеп йырлап ишеттерҙе. Шулай уҡ уның баянда оҙатыуы аҫтында Фирғәт Шаһиғәле улының ҡиәмәтлек һеңлеһе – Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Ишһылыу Аҡбулатова “Мин – умырзая” йырын йырлап ишеттерҙе. Баҡһаң, Фирғәт ағай, яҙ етеү менән менән, умырзаяларҙы йыйып, ҡапҡанан уҡ ошо йырҙы йырлап ҡайтып инер булған. Хеҙмәттәштәре уның эшкә мөкиббән, хеҙмәтен яратҡан, “Хоҙайҙан бирелгән табип” булыуын билдәләһә, ғаиләһе уның иҫ киткес йомарт, ҡояштай балҡып торған атай булыуын, бәләкәйҙән хеҙмәт яратырға өйрәтеүен, кеше йәнле булыуын, ә туғандары бер кемде лә айырып ҡарамай, барыһына ла тигеҙ йөрәк йылыһын бүлеүен, ҡасан килһәң дә ишегенең асыҡ, йөҙөнөң яҡты булыуын, һаулыҡтарына битараф саҡта әрләһә лә, күңелен биреп дауалауын һәм башҡа бер кеше өсөн бик күп тә булып киткән кеүек тойолған сикһеҙ шәп сифаттарын телгә алдылар. Яҡшы кешене иҫкә алыуҙан һағыш һәм шул уҡ ваҡытта шатлыҡ йәштәре лә бер юлы ағылды.