logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

М. Иҙелбаевтың “Иҙел-йорт” китабы буйынса һүҙлек эше

Районыбыҙҙың бәрәкәтле Ишбирҙе ауылында йәшәү утын һәм һутын алған башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, ғалим, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри мәғарифы Почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы атҡаҙанған хеҙмәткәре, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Мирас Иҙелбаев ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек күркәм ғүмер байрамын билдәләне. Тынғыһыҙ әҙәбиәтсе өс йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт, күп кенә монографиялар, уҡытыу-методик әсбаптар һәм юғары уҡыу йорттары, урта мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр яҙған. Уның фәнни эшмәкәрлеге боронғо һәм урта быуат төрки әҙәбиәтен, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу теорияһын өйрәнеүгә һәм уҡытыуға бағышланған. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы буйынса күп кенә дидактик эштәр алып бара, шулай уҡ 6 томдан торған монументаль «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның авторҙарының береһе һанала. Яҡташыбыҙ бар ғүмерен Салауат Юлаевтың тормош һәм ижад юлын өйрәнеүгә бағышлап, уҡыусылар хөкөмөнә бай йөкмәткеле әҫәрҙәрен сығарҙы.

Милли геройыбыҙҙан ҡала ижадсының тағы ла бер иң оло хеҙмәте – ике китаптан торған “Иҙел-йорт” тарихи романы. “Үҫмер егет менән ат башы” исемле тәүге китапта XVI быуаттың халҡыбыҙҙың арҙаҡлы сәсәне Ҡобағоштоң бала сағы, үҫмер ҡорона инеү йылдары, атаһы – мең ырыуы башлығы Баязит менән башҡорт иленең яҙмышын хәстәрләп һынылышлы осорҙарҙа көрәш юлында сынығыу үтеүе, сәсәнлек һәләтенең асылыуы һүрәтләнә. Ә “Сәсән әйтмәй кем әйтһен…” исемле икенсе китапта иһә замандың киҫкен һәм ҡатмарлы осорона тура килгән сәсәндең халыҡты әйҙәр ысын һүҙ оҫтаһына әүерелеүе асыҡ күренә. Бындай тарихи романдар – әҙәбиәт өсөн ысын мәғәнәһендә оло хазина ул. Ғалимдың фәнни күҙлектән өйрәнгән темаһын әҙәби юҫыҡҡа күсереүе – авторҙың ижади диапазонының киңлеге, үҙенең сикһеҙ таланты хаҡында ла һөйләй.

“Иҙел-йорт” романының телен өйрәнеү маҡсатында беренсе китабы буйынса тикшеренеү эшен башҡарырға булдыҡ. Әҫәр күпселек осраҡта әҙәби телдә һүрәтләнә, әммә диалект берәмектәр ҙә осрап ҡуя. Һирәк осраған һүҙҙәр ҙә бихисап. Уларҙың мәғәнәләрен өйрәнеүҙә Рәсәй Фәндәр Академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге, Тарих тел һәм әҙәбиәт институтының Мәскәүҙә 1993 йылда сығарған ике томлыҡ “Башҡорт теленең һүҙлеге” – беҙҙең төп ярҙамсыбыҙ булыр.

1. – Эйй, нишләп Үрнәкте (ат исеме) эйәрләмәнең, атай? Уға өйрәнгәнмен, Үрнәк САЛТЫРАҠ (7-се бит).

Салт – сифат.

1) сит нәмә ҡатышмаған, саф, таҙа

2) эскерһеҙ, саф, асыҡ

3) асыҡ, зирәк

4) үтә ныҡ, бик ныҡ

5) етеҙ, йылдам

6) Нәҡ, тап

7) ус менән сикәгә йәки асыҡ тәнгә һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ

8) ялт, сылт итеп ҡалыу.

Әҫәрҙә “етеҙ, йылдам” мәғәнәһендә бирелә.

2. – Эй, зирәк, ИРӘБЕ бала күренәһең, мырҙам (Ҡобағыш тураһында, 15-се бит).

Ирәбе – сифат.

1) кешегә ҡарата асыҡ, хуш күңелле, мөләйем йөҙлө, илгәҙәк

2) кәүҙәгә ныҡлы, баҙыҡ, теремек (ошо семантикала ҡулланылған).

3. ЙӘДЕҮӘЛДЕ белгән һымаҡ белергә кәрәк үткәнде (17-се бит).

Йәҙүәл – исем.

1) төрлө мәғлүмәтте тәртип менән теҙеп биргән яҙма йәки һыҙма, таблица, график.

2) эш башҡарылыу ваҡытын һәм урынын теҙеп күрһәткән яҙма, расписание.

Романда һүҙ шәжәрә тураһында барғанға күрә, тәүге мәғәнә нығыраҡ тура килә.

4. Оҙаҡ яуҙы ямғыр. Йәнсәйет менән Ҡобағоштоң ашыҡ-бошоҡ ҡорған ҡыуышын иләк ШАЙЫ ла күрмәне (24-се бит).

Шайы – диалект – хәтле, тиклем, саҡлы. Мәҫәлән, йоҙроҡ шайы оро.

5. Хан ТАЛЫМЫ тип торманы тегеһе (Ҡарабуға бей), һис ниндәй өгөтләүҙәргә лә бирелмәне, тәкәббер генә һөйләште (68-се бит).

Талым –айырым бер ашҡа булған теләк (исем).

1) аш яратмай һайланыусан

2)уны-быны яратмай һайланыусан (күсмә, әҫәрҙә ошо мәғәнәне бирә).

6. Ул ни АҘАП – аяҡ аҫтынан, иҙәндән күҙеңде алмайһың? (71-се бит).

Аҙап – исем.

1) баштан кисерелгән эш, тормош ауырлығы, ыҙа, яфа, михнәт. Телебеҙҙә ҡылым вариантында йышыраҡ осрай (мәҫәлән, аҙапланды). Романда ҡулланылған берәмек ошо семантиканы аса.

2) мәшәҡәтле, ығы-зығылы эш.

7. БУТАЛЛЫ ағас туҫтаҡтарға алдан уҡ ҡымыҙ һалып ҡуйылған (97-се бит).

Бутал (рус. поталь) – исем. Буталлы – сифат.

1) биҙәү эше өсөн әҙерләнгән йоҡа ғына табаҡлы йәки епле алтын йәки көмөш.

2) алтын, көмөш төҫөндәге буяҡ (сынаяҡ, һауыт буяғы). Бутал менән биҙәүле.

8. ИРӘКТЕҢ ағас диуарҙарына яҡынлашҡан һайын Алтаҡарҙың икеләнеһе артҡандан-артты (145-се бит).

Ирәк – кремль (автор үҙе аңлатма биргән).

9. ОТОРО һөйләйһең, Юламан (273-сө бит).

Оторо – исем.

1) кире йүнәлеш, ҡаршы.

2) ниҙеңдер йүнәлешенә ҡаршы, кире (текста ошо мәғәнәлә бирелгән).

3) бигерәк тә, айырыуса.

4) төбәү килешендәге һүҙҙәр менән килеп, кире йүнәлештә йәки ниндәйҙер ваҡытҡа яҡынлағас, ҡаршы, тигән мәғәнәне аңлата.

10. Ана, ЙӘЙКӘҢ бызырлай ( 301-се бит).

Йәйкә – исем, диалект – сынаяҡ аҫты.

11. Һинең сәсәнеңә РӘҮЕШ (319-сы бит).

Рәүеш – исем.

1) кемдең йәки ниҙеңдер тышҡы булмышы, тышҡы ҡиәфәте, күренеше (әҫәрҙә был берәмек ошо мәғәнәне аса).

2) эштең башҡарылыу формаһы, характеры (йырлау рәүеше).

3) урын-ваҡыт килеш аффикстары менән бәйләүес функцияһында ҡулланыла.

4) рәүеш – ҡылым менән сифатты билдәләп, аныҡлап килгән морфологик яҡтан үҙгәрмәй торған һүҙ төркөмө (яһалма рәүеш, рәүеш дәрәжәләре).

12. Әллә саҡ ҡына кисектереп, ғазаптарҙы олоға ебәреп, ОЗЛАТЫП алырмы? (328-се бит).

Озлатыу – ҡылым. Һуҙып-һуҙып илатыу.

13. ШӘЙЛӘКСЕЛӘРЕ лә йоҡлап ятмай (335-се бит).

Шәйләк – исем. Разведка йәки һаҡ өсөн ебәрелгән бәләкәй төркөм һәм шул төркөм кешеһе, дозор.

14. Ҡобағош, атаһынан күрмәксе, яу шарттарындағы кеүек, ике ҡабырғаға АЛСАПҠЫЛАР – күҙәтеп барыусылар – ҡуйҙы (авт., 348-се бит)

15. Башҡа АЛҒАСҠЫЛАРҒА ишара яһалды, барыһы ла туҡтаны (348-се бит).

Алғасҡы – исем. Ғәскәрҙең алдан барған сафы йәки төркөмө.

Күркәм, йәнле ынйыларға бай тел менән яҙылған тарихи роман ырыу башлығы Баязиттың Ҡобағошҡа әйткән һүҙҙәре аша милли булмышыбыҙҙың тотҡаһы булырҙай өс алтын бағананы онотмаҫҡа, ғүмерлеккә ҡолаҡҡа киртеп ҡуйырға саҡыра. Беренсеһе – ырыу шәжәрәһен һаҡлау, икенсеһе – “Урал батыр” эпосын хәтер һандығына һалып, башҡаларға таратыу, сөнки ул ырыуҙың рухын һаҡлар тиелә, өсөнсөһө – халыҡ ҡото, именлеге булған Шүлгән мәмерйәһен күҙ ҡараһылай күреп сит-ят күҙҙәрҙе яҡын юлатмау. “Йәнеңде аяма, ҡаныңды түк, әммә күҙ ҡараһылай һаҡла!” – ти ырыу башлығы. Был өндәмәләр бөгөнгө көндә лә бик актуаль.

Яҡташыбыҙ Мирас Хәмзә улы менән бер нисә йыл элек ҡорған әңгәмәлә: “Фән – ул аҡыл, әҙәбиәт – ул хистәр йәйғоро. Әйтегеҙ әле, аҡыл менән тойғоно баланста тотоп йәшәүе ҡыйынмы?” – тигән һорауға Мирас Хәмзә улы: “Мин һайлаған фән – әҙәбиәт ғилеме. Ул әҙәбиәттең үҙе менән тығыҙ бәйле. Тимәк, фекер менән хистәр балансы. Улар, киреһенсә, бер-береһенә ярҙам итә. Йыш ҡына әҙәбиәт ғилемендәге табыштар яңы әҙәби әҫәргә сәбәпсе була”, – тигәйне. Арҙаҡлы һүҙ оҫтаһы Ҡобағош сәсәндең тормош һәм ижад юлын һүрәтләгән “Иҙел йорт” романы быға асыҡ миҫал булып тора ла инде.

Айгөл Иҙелбаева, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы методисы.