«Мөғжизә тыуҙырған ҡулдар»
Рәсәйҙә 28 ноябрь иң матур байрамдарҙың береһе – Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан район биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Мөғжизә тыуҙырған ҡулдар» исемле сара ойошторолдо. Был сараның түрен “Амбассадоры трудовых династий” республика проекты сиктәрендә уҙғарылған форумда, “Алтын һырма” номинацияһында еңеүсе булып танылған, оҫта ҡуллы Ҡотлоғужиндар ғаиләһе биҙәне. Династияға нигеҙ һалыусы оҫтабикә Хәҙисә Ғиззәт ҡыҙы, килене Рәзинә һәм ейәнсәре Таңсулпан Ҡотлоғужиналар тамашасыларға үҙҙәренең зауыҡлы ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә тәҡдим итте. Ҡунаҡтар яратҡан шөғөлдәренең нескәлектәре менән таныштырып, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, тәжрибә туплауҙары тураһындағы сығыштары менән йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сарала “Хазина” клубы ағзалары, ағинәйҙәр, ҡаланың 3 –сө һанлы мәктәбе уҡыусылары, китапханасылар ҡатнашты. Балалар ижады үҙәгенең “Серле йондоҙҙар” ансамбле (етәксеһе Б.К. Торсонбаева) егеттәре А. Абдуллин һәм А.Тутаевтарҙың сығышы сараға тағы ла йәм өҫтәне.