logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Матбуғат биттәрендә

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы – матбуғат биттәрендә
Район гәзиттәре биттәрендә китапхана эше гелән яҡтыртылып килә. “Һаҡмар” гәзитенең 21-се һанында (27 май, 2022 йыл) Китапханалар көнөнә ҡарата китапхананың баш библиографы Дилә Арыҫланованың “Рухиәт донъяһы һағында” исемле күләмле мәҡәләһе донъя күрҙе. Бында район китапханалар селтәренең эшмәкәрлеге, алға ҡуйылған маҡсаттар, өлгәшелгән уңыштар хаҡында яҙылған.
Шулай уҡ ошо уҡ һанда “Талант – уртаҡ барлыҡ халыҡҡа…” исеме аҫтында йәмәғәт хәбәрсеһе Хазина Исҡужинаның Байыш ауылында һәм Гүзәл Иҫәнгилдинаның Баймаҡ ҡалаһында ойошторолған шағир, яҙыусы һәм драматург Буранбай Исҡужиндың Хәтер кисәләре, уның исемендәге сатира, юмор һәм лаҡаптар конкурсының һөҙөмтәләре һүрәтләнгән. Мәҡәләне конкурс еңеүселәренең фотоһүрәте биҙәй.