logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

МЕҢ ТӨҪЛӨ ЙӘЙҒОРҘАЙ БАЙ ТЕЛЕМ!..

Яҡташыбыҙ Аҫылғужа Баһуманов үткер телле журналист, талантлы шағир һәм яҙыусы ғына түгел, туған теле өсөн йәнен бирер телһөйәр, илһөйәр шәхес тә булды. Уның менән, шөкөр, миңә лә осрашыу насибы тәтене. 1999 йылда Бәләбәй ҡалаһында үткән “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт бәйгеһендә уны тәүге тапҡыр күрҙем. Ошо ҡайындар илендә 3 көн барған Шиғриәт байрамы минең ижади үҫешкә тәүге аҙымым ғына түгел, яҡташым менән танышыу, атайҙарса хәстәрлеген тойоу һәм кисәләр барышында гүзәл туған телебеҙ тураһында янып-ярһып һөйләгән фекерҙәрен ишетеү мәлем дә булды…

Аҫылғужа Баһумановтың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы уның “Ниндәй көн был…” повесына медиакүҙәтеү әҙерләгәндә әҫәрҙе ябай уҡыусы ғына түгел, тап ижадсы күҙлегенән дә байҡап, моңло ла, бай ҙа, татлы ла теленә хайран ҡалдым. Үҙебеҙҙең ерлегебеҙҙең лөғәте – йырҙан матурыраҡ, ҡояштан яғымлыраҡ бит! Көндәлек “аралашыу ҡоралыбыҙҙы” үҙебеҙ генә баһалап бөтмәйбеҙ икән!..

Әйҙәгеҙ, бергәләп, Аҫылғужа ағайҙың повесында халыҡ телендә һирәк осраған әҙәби һәм диалект һүҙҙәр менән танышып, уларҙың мәғәнәләрен асыҡлайыҡ әле!
Ҡулыма 1993 йылда Мәскәүҙә “Русский язык” нәшриәтендә донъя күргән 2 томлыҡ “”Башҡорт теле һүҙлеге”н алам. Киттек!

1. Был ваҡытта күк күкрәгән тауыштарҙан ҒӘЙРЕ әбейҙең төнө менән өйөндә АЯҠҺЫП йөрөгәнен ярты ауыл ишетәлер әле моғайын (9-сы бит).

ҒӘЙРЕ берәмегенә һүҙлектә ошондай аңлатма бирелә:
ғәрәп һүҙе. 1) Бүтән, башҡа. 2) Сифат йәки сифат ҡылым алдынан килеп, юҡлыҡ (булмаған, түгел) мәғәнәһе бирә.
Әҫәрҙә “ярты ауыл күк күкрәгән тауыштарҙан бигерәк әбейҙең дөп-дөп баҫып йөрөгәнен нығыраҡ ишетәлер” тип, атлауы менән айырата дан тотҡан Хәкимә әбейҙең аяҡһыуына күберәк ишара яһала.

АЯҠҺЫУ – Аяҡһырау (диалект).
АЯҠҺЫРАУ – ултырмай аяҡ өҫтө йөрөү, аяҡта булыу.
Был һүҙҙең мәғәнәһе аңлашыла, шулай бит? Әммә тап ошо семантикала ул ҡулланылышыбыҙҙа бик һирәк осрай.

2. ТӘЛ әйткән Павел Николаевич: Берлин һуғыштарына өлгөрҙө Әҙеһәм (15-се бит). Бынан да ТӘЛ, бынан да әсе әйтелмәҫ таҡмаҡ (116-сы бит).

ТӘЛ – был берәмек хатта һүҙлектә лә юҡ икән! “Дөрөҫ, тоғро, тура” тигән мәғәнәлә аңлайым мин быны.

3. Ҡасыу яғын ҡайырған фашистар салғы аҫтында ҡалған ҠАРАҒУРАЛАЙ ауҙы ғына (35-се бит).

ҠАРАҒУРА – 1) эре-торо, ҡаты сүл үләне. 2) ҡалдау ер (диалект).
Әҫәрҙә был һүҙ тәүге мәғәнәлә бирелгән.

4.Ю-уҡ, үлһә үлер Әҙеһәм, әммә әшәкеләргә ЫША бирмәйәсәк, ҡоротасаҡ уларҙы (38-се бит).

ЫША – 1) баш бирмәү, буйһонмау. 2) мах бирмәү, бирешмәү.
Повеста баш бирмәү, буйһонмау семантикаһы нығыраҡ тура килә.

5. Тамаҡ ялғап, ул-был иткәнсе, бешкән үлән ШАУРАП кибә (46-сы бит).

ШАУРАУ (ҡылым) – 1) ныҡ кибеүҙән, ҡороуҙан һ.б. онталыу, таралыу.
2) (күсмә) тырым-тыраҡай булыу, туҙыу, ҡыйрау

ШАУРАУ – (сифат) кәрәгенән артыҡ кипкән. Ошо мәғәнәлә ҡулланылған.

6. Шунан аяҡ бөкләп, өмә БАЙЫНА колхоз һуйҙырған һимеҙ тәкәләрҙең ҡәҙерен күрәләр (48-се бит).

БАЙ – (сифат, исем) – 1) мал-мөлкәте күп, мул, етеш.
2) Юғары дәрәжәлә етерлек, мул. (бай тәбиғәт, телгә бай).
3) иркен, ҡуйы булып үҫкән (бай тирәк, бай һаҡал).
4) Кеше көсөнән файҙаланып, мал-мөлкәт йыйған синфи ҡатлам кешеһе (серегән бай).
5) кешегә хөрмәт менән өндәшеү һүҙе (“Аҡсам юҡ шул, бай ағай” (Әкиәттән)).
6) ҡатындың ире.
7) Ниҙелер үлсәгәндә һуңынан кәмеү иҫәбенә артығыраҡ итеп ҡалдырылған өлөш (тегеү байы).
8) ниҙелер аҙағы насар булып бөткәндә әйтелә (алдың байыңа – кәрәгеңде алдың тигән мәғәнәлә).
9) кинәнеп әрләү йәки туҡмау, эшен килтереү (хаҡын, ҡоһорон ҡайтарыу).
10) мәл (көҙ байында – көҙ мәлендә мәғәнәһендә).

Әҫәрҙә ул түбәндәгесә ҡулланыла – ниндәйҙер эш-хеҙмәтте, хаҡты ҡайтарырлыҡ нәмә, бәрәбәр.
Бер “бай” һүҙе генә ни тиклем күп мәғәнәне аңлатҡас, уйлап ҡарағыҙ, телебеҙ мең төҫлө йәйғорҙай иҫ киткес бай!

7. Урын булғас, Нурғаяндың арбаһына Әҙеһәм дә ҺАҠҠАЙНЫ (46-сы бит).

ҺАҒЫУ – (ҡылым) – 1) ҡайҙандыр ҡолап, төшөп йәки ағып барған ерҙән эләгеп, төкөлөп туҡтау. Повеста был һүҙ ошо мәғәнәне аса.
2) өҫтән һалынып төшөп тороу (армыт-армыт һағып тора ҡарт ҡайындың суҡтары. С.Кулибай)

8. Әҙәм балаһы хатанан ХАЛИ түгел (67-се бит).

ХАЛИ – (ғәр., исем) – ниҙәндер азат, буш.

9. УКРАТ телефон төбөндә почтала ултыра (109-сы бит).
– Самый шәбе, УКРАТ һыуһынға! (ҡымыҙ тураһында, 111-се бит).

Иптәштәр! Был берәмек хатта һүҙлектә лә булмай сыҡты. Аңлауымса, ул – диалект һүҙе. Бәлки, арағыҙҙа уның нимәне аңлатыуын төшөндөрөүсе булыр?..

Повеста ошондай бик матур, ҡыҙыҡлы һүҙҙәр менән берлектә халҡыбыҙҙа һирәк осраған мәҡәл-әйтемдәр ҙә бихисап. Шуларҙың икәүһе минең диҡҡәтемде тартты.
*Бер АЯҠТЫҠ ҡымыҙҙың ике аяҡтыҡ еле бар, тигәндәр (118-се бит).

АЯҠТЫҠ – (диал.) – аяҡ, аяҡлыҡ.
АЯҠ – 1) ағза өлөшө.
2) ултыртмалы нәмәләрҙең аҫҡы терәге, тояғы.
3) (исем) ағас табаҡ.
4) күсмә мәғәнәләре:
аяҡ салыу – эшкә ҡамасау яһау, аяғын ҡыҫҡартыу – биҙҙереү, аяғын тотттороу – баланы ярау иттереү, аяҡ аҫтында – эргәлә, аяҡҡа баҫтырыу – күмәк хәрәкәткә килтереү, аяҡ баҫыу – берәй ергә барыу, аяҡ ергә теймәү – шәп барыу, йүгереү, аяҡҡа баҫыу – күтәрелеү, аяҡ ҡалмау – хәлдән тайыу, аяҡ тартмау – барырға теләк булмау, аяҡ терәп – үҙ көсөңә ныҡ ышанып (һөйләшеү), аяҡ тибеү – тибенеү, аяҡты ныҡҡа терәү – таяныс табып ныҡ тороу, аяҡ ялы – йомошҡа барған өсөн бирелә торған нәмә, бер аяғы ерҙә, икенсеһе гүрҙә – үлергә ваҡыт, юл (йәки хуш) аяғы – кешене оҙатҡанда биргән һый.
Повеста тап ошо һый тәңгәлендә ҡулланылған АЯҠТЫҠ һүҙе ҡымыҙҙың көсөн белдерә.

*Һәҙәп (төймә) өҫтөнә һәҙәп тағып булмаһа ла, сәбәп өҫтөнә сәбәп табып була ул (152-се бит).

Бына шулай, туғандар, бер генә әҫәрҙә үҙебеҙҙең булмышыбыҙҙы, көндәлек тормошобоҙҙо сағылдырған теремек һүҙҙәр ни тиклем күп! Киләсәктә уларҙы үҙебеҙҙең дә телмәребеҙҙә ҡулланып, матур йәнле ынйыларыбыҙҙы йәшәтһәк ине! Әйҙәгеҙ уларҙың “Ҡыҙыл китап”ҡа инеүенә юл ҡуймайыҡ!..
Айгөл Иҙелбаева.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана методисы.