Милли кейем көнө
Ғүмер баҡый әҙәм күрке булыр,
Һаҡсы ғына түгел һыуыҡтан:
Әлмисаҡтан күрһәткесе лә ул
Халҡым аңы һәм милли рухтың!
Һәр һырынан бөркөлгәндәй кеүек
Боронғолоҡ, рух һәм миллилек!
Күҙҙең яуын алыр тәңкә-сулпыларым
Тарих һөйләй беҙгә иң элек!..
Айгөл Иҙелбаева.