logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

МИН ЯҢҒЫҘ ҠАРАҒАС…

(Дауамы)

Өләсәй тәрбиәһе алып үҫкән кеше һеҙ. Ошо тәрбиә һеҙҙе артҡа һөйрәмәнеме, боронғосораҡ, элеккесерәк ҡарашта ҡалдырманымы? Кем булды һеҙҙең өсөн өләсәй?
— Миндә өләсәйемдең фундаменты, мин тап шуның өлгөһөндә, холҡонда, нигеҙендә үҫкәнмен. Үҙемде белер-белгәндән итәгенә тотоноп йөрөнөм. Уның стилендә хәбәр һөйләшеп, ул өйрәткән йырҙарҙы йырлап, уныңса ҡыланып. Ғәҙәттә, әбейҙәр янында үҫкән балалар шулайыраҡ була бит. Бәлки, уның фәләсәфүи донъяһын аңлап та етмәгәнмен, хөрәфәттәрендә бер ҡатлы булып та тәрбиәләнгәнмендер инде. Һәр хәлдә ул донъя минең өсөн изге һәм таҙа ине.
Бәләкәйҙән уға эйәреп намаҙ уҡыным, аяттар ятланым. Хатта Ураҙа тотҡанында ла таңдан тороп сәхәр эсәм дә, көндөҙ өләсәйем бәләкәстәргә көндөҙ ҙә сәй эсеп алырға була, тигән булып мине ашатып ала, унан кис ауыҙ асам. Көтөп алған байрамдары Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре ине. Шул байрамдарҙа ул миңә яңы күлдәк тегеп кейҙерә. Аҙаҡ, ғүмер юлында ниндәй генә сәйәсәттә йәшәһәк-эшләһәк тә, шул байрамдарҙың яҡтылығы һәр ваҡыт күңел түрендә генә йәшәне.
Өләсәй кешегә һатыуға киндер һуға, ҡорама ҡорай, ҡул эштәре менән булыша. Мине ҡуша ултырта. Уға йөн тетешәм, иләшәм, ҡорама өлгөләрен теҙешәм. Бәләкәймен бит инде, арып та китәмдер инде. Шул саҡта ул миңә кеҫәһенән алып шәкәр киҫәге тоттора ла “Бар, башҡаларға күрһәтмәй генә ашап кил”, – ти. Өйҙә ағайҙың ваҡ баллары күп кенә. Хәҙер мин был шәкәрҙе тотам да йүгерәм аҙбарға. Шунда берәй мөйөштә боҫоп ҡына ултырып, шәкәрҙе ялап, күңел булып кире киләм. Бер шулай йүгергәндә шәкәр ҡулдан ысҡынып төшөп китеп, бысраҡҡа буялды. Унда ла аптыраманым, тупрағы менән һыпырып алып ашаным да ҡуйҙым. Шәкәргә иҫ киткәндер инде, ҡалайтаң…
Төбәк ауылына өләсәйем менән төндә китеп барабыҙ. Унда өләсәйҙең ҡыҙы – инәйем йәшәй. Төндә барабыҙ. Һаҡ ҡысҡыра. Өләсәй “Һаҡ менән Суҡ” бәйетен һөйләп бара. Бына, күҙ алдына килтерәһегеҙме? Төндә… өләсәй менән ейәнсәр… бәйет һамаҡлап йәйәү баралар… Шундай ине минең өләсәйем, йәне йәннәттә булһын.

Бибисара апай, һеҙҙе бит “Москва слезам не верит” тигән фильм героиняһы тиҙәр. Шунан, һөйләгеҙ әле, нисек ышандырҙығыҙ Мәскәүҙе, Баймаҡты һәм башҡаларҙы?
— Әлеге ауылдағы хеҙмәт бит инде. 7 кластан һуң ике ҙур бригадаға ашнаҡсы итеп ҡуйҙылар. Көнөнә ике әсетеп егерме бишәр икмәк һалам тышҡы мейестәргә, унан сөсикмәк бешерәм, һурпаға баҫып һалма йәйәм. Бишбармаҡ итәм төшкә, туҡмас ҡырҡам кискә. Ә ат өҫтөндә тырмала ла йөрөйөм әле. Аттарҙы бик яратам, эргәләренән китә алмайым. Ахырҙа, Бибисара, оҙонайып киттең, аяғың “Гармун”дың (мин менеп йөрөгән ат) бәкәленә етеп тора, әйҙә, һауынсыға бар, тиҙәр. Һигеҙҙән һуң шулайтып һыйыр һауырға киттем. Йәйләүҙә ятабыҙ, өс һауабыҙ, кистәрен ритаямға ҡайтабыҙ. Шунда ла 4-5 саҡрымда ятҡан әсәйемдәр сабынлығына төшөп, улар килгәнсе сәй ҡайнатып, саба башлайым.
Танауға еҫ инеп, малай-шалай күҙ һала башлағас, мин бер ваҡыт кәрт һалыусы булып киттем. Ҡыҙ-ҡырҡынды күҙәтеп йөрөйөмдә, ишеткән-күргәнемде ҡушып, һөйләйем, былар ышана. Бына минең дан сығып китте бит әй! Ҙур ҡыҙҙар килә хәҙер, апайҙар килә. Нимә генә һөйләгәнмендер инде уларға, бер хоҙайға билгеле, һәр хәлдә “дөрөҫ әйтә” тип бот саба былар. Анан, оҙаҡ йылдарҙан һуң, һыра заводына уполномоченный булып эшкә килгәс, әсәйемдән “Бибисара ҡайтамы? Кәрт һалмаҫ микән?” тиҙәр икән. Әсәй аптырай икән, ул ниндәй кәрт, тип.
Һигеҙҙе тамамлағас Баймаҡҡа килеп эш эҙләнем. Башта машзаводҡа барҙым, йәшең етмәгән тип алманылар, төҙөлөштә лә алмайҙар. Бер апайҙа фатирҙа торам, теге апай ашханала эшләй һәм көн дә иренә бедончик менән һыра алып ҡайта. Ире милиционер, кистәрен яйлап ултырып һемерә ине. Мин был эсемлек еҫенән уҡышыйым хәҙер, ниндәй һаҫыҡ нәмәне эсә ала икән тип аптырайым. Унан, күрәһегеҙ, утыҙ йыл ошо еҫте еҫкәп йәшәргә тура килде. шул утыҙ йыл хеҙмәт дәүерендә өс бокал да һыра эсмәгәнмендер. Яратманым. Сифатын төҫөнә ҡарап, бик булмаһа бармағымды тығып ялап та билдәләй ала инем.
Унды бөткәс әсәй, бер һыйырҙы һатып бирәм, шул бөткәнсе уҡы ла, эшләрһең, тине. Бер баш алты йөҙ һум тора, ул ғына аҡсаға кейенеп-йәшәп буламы ни? Йәйҙәрен һауынсы булып йөрөһәм дә, етешеп булмай.
Унды бөткәс һауынсы булып ҡалдым. Комсомолдың беренсе секретаре саҡыртып алды ла, беренсе сентябрь булған, ни эшләп уҡымайһың, ти. Мөмкинлек юҡ, тимен. Стәрлегә пединститутҡа ебәрмәкселәр былар мине. Быйылға һуңлағанмын, киләһе көҙгә тиклем берәй ерҙә (фермала түгел инде) эшләп тор ҙа, ти. “Хирург булырға хыялланам” тим мин хәҙер. “Улай булғас, әйҙә, дауаханаға бар”. Шулай итеп, рабфакка тиклем тип, мине Баймаҡтың операция бүлегенә санитарка итеп урынлаштырҙылар. Бик ҡәнәғәтмен хәҙер, халаттарымды ап-аҡ итеп крахмаллап ҡына торам. Төрлө операцияларҙа йыуып-һөртөүҙә йөрөйөм, ауылда мал һуйыуҙа ҡатнашып, бәләкәйҙән эсәк-ҡарын йыуып өйрәнгәс, бында ла тынысмын, йыйнаҡмын. Табиптарға ла ошолай һалҡын ҡанлы, тилбер булыуым, йәһәт-йәһәт ҡыбырлап үтәп йөрөүем оҡшай. Әммә бер мәл минең өсөн хәл иткес ваҡиға булды. Гинекологик операция алдынан биҙрә менән һыу алып килеп ултыртырға ҡуштылар. Алып килдем. Йөклө ҡатындың туғыҙынсы балаһын операция менән алдылар ҙа… һыулы биҙрәгә тыҡтылар. Бала тере ине. Был, ниндәйҙер медицина күрһәткестәре буйынса, шулай кәрәк тә, тейешле лә булғандыр инде. Тота килеп йыйын табиптар баланы үлтермәй бит инде. Әммә минең себендең дә, себештең дә йәнен ҡыя алмаған күңелем өсөн оло тетрәнеү булды, психикам бындайҙы күтәрә алманы һәм шул операциянан һуң дауахана тупһаһы аша ҡабат атлап инә алманым. Шуның менән “хирурглығым” тамам булды. Бынан ары беренсе секретарь күпме генә өгөтләһә лә, “хирург булмайым, лучше доярка булам” тип илап тик торҙом. Ахырҙа, был ағай, мине кире ҡайтармау ысулын тапты, яңы асылған һыра заводына комсомол секретаре итеп ебәрҙе. Шулай итеп барып ҡаптым мин ул заводҡа.
Коллективта комсомол секретаре итеп кенә түгел, секретарь-машинистка итеп тә, кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре итеп тә ҡуйҙылар. Бар нәмәне ойошторам, спорт ярыштарында ҡатнашам, саңғыла ла, еңел атлетикала ла разрядым бар, бейейем, йырлайым, агитбригадаларҙа йөрөйөм, ҡыҫҡаһы, бик әүҙем тормош менән йәшәйем. Ҡайһы көн эштән ҡайтмайым, шунда ултырғыстар теҙеп ятып йоҡлайым.
1968 йыл Баймаҡтың 30 йыллығында йырланым. Репетиция ваҡытында Заһир Исмәғилев тыңлап ултырған. Мин ул саҡта тал сыбығындай ғына ҡыҙыҡай, шаянмын үҙем килеп. Унда “Йәш нараттар”ҙы, “Матур гөлөм”дө башҡарҙым. Шунда Заһир Исмәғилев, уҡырға һуңлаһам да, кил, алабыҙ, йәшәргә ятаҡ бирәбеҙ, тине. Был тәҡдимдән ҡанатланып осоп ҡайтып киттем, ауылғаса йәйәү йүгерҙем. Тик әсәйем ҡырҡа ҡаршы төшөп, артист та булдымы һөнәр, сегән тормошо, ауылдан-ауылға йөрөйҙәр, ана, кәнсерт ҡуям тип, тигән хәбәрҙәр һөйләп, әрләп кире дүндерҙе. Беҙҙең халыҡта борондан артист һөнәрен ниндәйҙер түбән хеҙмәт итеп ҡабул иттеләр бит, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Бының үҙ тарихы ла бар, беләһегеҙ. Бына шулай итеп был мәсьәләне япты ла ҡуйҙы әсәйем. Ул әйткән һүҙ минең өсөн закон ине. барманым. Һыра заводында ҡалдым һәм шунда үҫтем дә.

Эш кенә түгел, башҡорт ҡыҙҙарына хас булғанса, йәшләй генә тормошҡа ла сыҡҡанһығыҙ, әсәй ҙә булғанһығыҙ…
— Буласаҡ ирем менән оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөнөк, ул минән ун айға ғына өлкән, бергә бейеп, саңғы ярыштарында ҡатнашып. Ахырҙа мин уҡырға, ул армияға китмәгәс, өйләнешергә булдыҡ. Миңә ун һигеҙ, уға ун туғыҙ йәш. Ул да күмәк ғаиләнән, мин үгәй атай йортонда сит, беҙҙе әпәүләгән-сүпәүләгән әҙәм булманы, бер түшәк, бер ҡалаҡ менән йәшәп киттек. Ирем Волгоградта уҡып ҡайтып, машзаводта мастер булып эшләп йөрөй. Мин дә ул саҡта инде райсовет депутаты булып киттем. Эш бар, яҡшы аҡса алабыҙ, йәшәр мөйөш тә бирҙеләр. Ул заманда эшләгән кешегә юлдар асыҡ ине бит.
Торараҡ иремде армияға алдылар. Ул ике йыл хеҙмәт итеп, арыуыҡ ҡына боҙолоп ҡайтты. Эсергә өйрәнеп өлгөргәйне. Ҡайтты ла уңлы-һуллы йөрөп китте. Ҡайным сыбыртҡы тотоп эҙләргә сығыр, ярып алып ҡайтып һалыр ине. Шулай ҙа булды.
Ә беҙҙең заводта белгестәр етешмәй, ситтән саҡырылғандар бер-ике йыл тора ла китәләр. СССР ваҡытында Одессала тиҙ арала белгестәр әҙерләй торған Ломоносов исемендәге институт бар ине. Шунда уҡырға ебәрҙеләр мине. Һигеҙ ай уҡып, завпроизводством, технолог, завлабораторием, мастер тигән ҡағыҙҙар алып ҡайттым. Мастер итеп ҡуйҙылар.
Ул арала ирем икенсе тормошто һайланы, үҫергә, үрләргә теләмәне, эске-уйынға, ҡатын-ҡыҙҙарға әүрәне һәм ғаиләнең тыныслығы китте. Тик һынау был ғына булмаған икән, 25 йәшемдә өйҙә газ баллоны шартлап ныҡ яндым. Тәнемдең һикһән дүрт проценты бешкәйне. Ирем төндә һуҡмыш ҡайтып газды асыҡ ҡалдырған да, мин шуны белмәй барып ҡабыҙып…дүрт ай ярым Өфө дауаханаһында яттым. Ике айын бөтөнләй ҡуҙғалманым, күмер шикелле булғайным. Тере ҡалырыма берәүҙең дә өмөтө юҡ…
Иң беренсе ике бармағым асылды, ҡыбырлап китте. Хирургка шул ике бармағымды күрһәтәм, “Үлтермә, зинһар, ике балам бар” тигәнде аңлатырға тырышам инде, аңланы шунда ул, “Тырышабыҙ, һин дә көрәш, шул балларың хаҡына” тине. Аҙаҡ шул хирург студенттарына мине күрһәтеп: “Был ҡатын тере ҡалырға тейеш түгел ине, бер шансы ла юҡ ине, бары тик үҙенең рухи көсө, характер ныҡлығы менән генә бирешмәне, иламаны, һынманы” тип һөйләне. Үкенескә ҡаршы, ирем шунда бер тапҡыр ҙа килеп хәл белмәне…
Күп нәмәләр үҙгәрҙе янғандан һуң. Беренсенән, дүрт кило ла һигеҙ йөҙ грамм сит ҡан ҡойолған һәм организмда гормондар тайпылышы китте, уны контролдә тотоу мөмкин түгел хәҙер. 62 килонан 122 килоғаса тиклем һимерҙем. Элекке сағыу тауышым урынына ғырылдаҡ ирҙәр тауышы сыға, сҡнки тын юлдары, тауыш бәйләүгестәре зарарланған. Битемдә һәм тәнемдә янғын эҙҙәре, ҡалын-ҡалын йөйҙәр, һөйәлдәр, сәс юҡ. Ошо хәлдәр ҙә һынау булғандыр инде ир кеше өсөн, ул уны үтә алманы. Шулайтып, 27 генә йәшемдә ике бала менән тороп ҡалдым. Ул киткәс, нервыларҙан инде, аяҡтарым йөрөмәй аптыратты, кис етһә телем көрмәлер булып китте. Табиптар ҙа, булдыра алғандың барыһын да эшләнек, артабан үҙеңдән тора, тинеләр. Шул саҡ мин ни булғанда ла аҙаҡҡа тиклем көрәшергә, тигән ҡарарға килдем. Халыҡ дауалусыларына йөрөп өшкөрөлдөм, велосипедҡа ултырҙым, йүгерҙем, саңғыла елдем, һыу индем, спорт залынан ҡайтманым, сыныҡтым. Иртәнге алтыла ике баламды ла эйәртеп сығам, уларҙы ла спортҡа күнектерҙем. Шундай ваҡыты ла булды тормошомдоң һәм, Аллаға шөкөр, үтеп китте.

Баймаҡ һыра заводын һеҙҙең исем менән, һеҙҙе һыра заводы исеме менән ҡушып “Пивосара” тигән атама ла булдырғандар, тиҙәр, Баймаҡта. Булдымы шулай?
— Булды! Тик уға тиклем оло хеҙмәт ятты әле. Мичуринскийҙа, Воронежда квалификация күтәреү институттарында уҡып ҡайттым. Яйлап маҡсаттарым да, вазафаларым да, дәрәжәм дә үҫте. Балаларымды ла хеҙмәттең нимәнән башланыуын аңлауҙарын теләп, 6-сы, 7-се кластарҙан заводта иҙән йыуыуға ҡуштым.
Бер мәл беренсе секретарь саҡыртты ла, Мебель фабрикаһына директор кәрәк, ти. Юҡ, тинем. Күп тә үтмәне, Икмәк заводына етәксе итеп ҡуйырға булып киттеләр. Унан да баш тарттым. Аҙағыраҡ үҙем эшләгән һыра заводына ҡоҙаланылар. Ете-һигеҙ айҙай хужаһыҙ ине завод. Тағы ла сәбәптәр таптым. Икенсеһендә саҡыртып өгөтләп тә торманылар, инструктор килеп, кисекмәҫтән документтарымды һәм фото һораны. Яңғыҙ төшкән фото ла булмағас, кемдер берәү менән ултырғандан башты ҡырҡып алып биреп ебәрҙем. Шул уҡ көндө икенсе рейс самолет менән Өфөгә осорҙолар. Ҡаршы килеү ул партбилетты өҫтәлгә һалыу икәнде лә аңғарттылар. Шулай итеп, 29 йәшемдә мин һыра заводында директор булып киттем.

Завод тауыҡ тәпәйҙәрендә генә торған бер ҡоролма ул саҡта. Ете вагон һауыт асыҡ күк аҫтында ерҙә ята. Складтар юҡ. Станоктар ҡул менән эшләнә, кешеләр итектәрҙә һыу кисеп йөрөй. Уйланым-уйланым да, райкомға мөрәжәғәт иттем, былай бармай, заводты алмаштырырға кәрәк, тимен. Йәш кенә башым менән шундай оло хәбәр һөйләп килгән миңә аптыранылар башта. Унан юл ҡуйҙылар – йәнәһе, ни башҡара алаһың? Тап шул мәл Риза Яхин, Йылайыр совхозы комбайнеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың Юғары Совет депутаты Мәскәүгә съезға юллана икән. Шул үҙе менән тағы бер кешене алып бара ала икән. Риза Хажиәхмәт улына шылтыратып, мине алып китеүен үтенеп, эйәреп тә киттем. Салауат Юлаев, айыу һүрәттәре торған тимер банкаларҙа бал алып юлландым Мәскәүгә. Съездың тәнәфес ваҡытын көтөп тороп, СССР Юғары Совет рәйесе Косыгинға барып индем. Бөтөн хәбәремде бер юлы теҙеп, райондың һәм Хеҙмәт Геройы Риза Яхындың хатын күрһәтеп, шул ҡағыҙҙарға рөхсәт имзаһы һуҡтырып алдым. Бала саҡта “Берәй ваҡыт мин булырмын Косыгиндың килене” тип йырлап йөрөгән шәхескә килдем бит! Килене үк булмаһамда, ышанысына инеп, 180 дикалитрға тип паланлаштырылған завод урынына 250 мең дикалитрға, тутыҡмай торған аҙыҡ ҡоросонан ҡойолған яңы ҡоролмаларға йүнәлтмә йүнләнем. Урындағы, республикалағы баҫҡыстарҙы һәм етәкселәрҙе урап үтеп, туранан-тура барып атҡарҙым был эште һәм тауарым да төбәп кенә килеп төштө.
1984 йылға ҡоролмалар ҡоролоп бөтөп, эшләй генә башалағайныҡ, Горбачев заманы булып, алкоголле эсемлектәр заводтары ябыла башланы. Беҙ хәҙер ни эшләргә тип иҡтисади план төҙөйбөҙ. Коллективты урамға сығарып ебәреп булмай. Тиҙ генә яңы технологиялар үҙләштереп, мармелад, помадка, петушоктар сығара башланыҡ, газлы һыуҙар, вермишель етештерҙек. Завод килемле ине. Аҙаҡ һыраға ла рөхсәт булды. Чехославакиянан, Американан вагон-вагон арпа, Сыуашстандан ҡомалаҡ килә, үҙебеҙҙәге ярамай икән был эсемлеккә. Продукция бөтөн ил буйлап таратыла. Заводтың гөрләп, шаулап эшләп торған ваҡыттары булды. Производствоны киңәйттем, реконструкциялар үткәрҙем. Йоҡларға өс-дүрт сәғәткә генә ҡайта алам. Балаларҙы уятып, сәстәрен үреп мәктәпкә оҙатам да, тағы завод донъяһына сумам. Шулай хеҙмәт ителде. Үкенесле булды, хаҡлы ялғаса эшләргә яҙманы, минең арттан килгәндәр заводта бер литр квас та сығара алманы… Ә минең намыҫым таҙа, “Заводта егерме йыл директор булдым, киткәндә бер сүкеш тә, бер лапочка ла алмай сыҡтым, хатта сберкнижкамда булманы” тигәнем лаҡап булды инде балаларым араһында. Өләсәйем менән әсәйемдең “хөкүмәттекенә теймә” тигәне мейемә һеңгән ине, ғүмер буйы шул тәртипте тоттом. Үкенмәйем.

Хеҙмәт батыры булған Бибисара Азаматова ни арала йырсы Бибисараға әүерелде?
— Ә улар икеһе бергә булды ул ғүмер буйы. Хеҙмәтсән һәм йырсы Бибисара булдым мин.
1997 йыл беренсе тапҡыр радиоға “Халыҡ таланттары” тапшырыуына һигеҙ йыр яҙҙырғайным. Унан “Юлдаш йыры”на саҡырҙылар. Шунда “диск сығарығыҙ” тигән тәҡдим булды ла, мин дәртләнеп киттем һәм ун алты йыр менән диск сығарҙым. Ул ваҡыт Өфөлә йәшәй инем һәм беренсе концерт менән Баймаҡҡа ҡайттым. Биш баянсы алып барып, шуларҙың алмашлап уйнауына ҡушылып йырлап, тулы залдарҙы илаттыҡ. Миңә ул саҡ 56 йәш ине.

Һәр кеше тәбиғәттәге бер нәмәгә, йәнлек-хайуанғамы, үҫемлеккәме оҡшай тиҙәр. Һеҙ кемгә оҡшатаһығыҙ үҙегеҙҙе?
— Яңғыҙ ҡарағасҡа. Хатта шулай итеп тоям да үҙемде. Тамырҙарым ныҡ, көслө минең. Өләсәйем шулай булды, унан әсәйем… Икеһе лә ҡара көс, сабырлыҡ, талғын аҡыл менән йәшәнеләр, балалар үҫтерҙеләр. Уларҙың шул яҙмышын мин ҡабатланым. Бер кемгә, бер нимәгә ышанмайса, һалышмайса, ярҙам көтмәйсә беләктәремде һыҙҙым да, ике ҡулымды эшкә ҡуштым. Үкенескә ҡаршы, әлеге яҙмыш ҡыҙҙарыма ла ятты… Был ниндәйҙер бер һыҙат беҙҙең затта, ҡатындар балаларҙы яңғыҙ үҫтерә.

Яңғыҙлыҡты тормош иптәше булмауға ҡайтарып ҡалаһығыҙмы? Тормошоғоҙҙа ниндәйҙер урын биләгән ир кеше булдымы йылдар ағымында?
— Миңә терәк булыр ир табылманы. Мин ирҙәргә таянырға кәрәктер, уларҙан яҡлау эҙләргәлер,тип, уйламанымда хатта. Киреһенсә, үҙем туған-заттағы ир-егетте етәкләп, коллективтағы ир-атты өҫтөрәп, тәрбиәләп, ғаиләһенә атай итеп йәшәттем. Ирҙәрҙең исемен, данын, намыҫын яҡлап та аҙ даулашманым. Шуға ла ирҙәр мине тиңдәш, фекерҙәш итеп ҡабул итте. Бөгөн дә ветерандарымды барлап, шылтыратып, гәзит-журналдар яҙҙырып торам.

Һеҙҙе Мортаза Рәхимов бик яратҡан тиҙәр?..
— Эйе, хөрмәт итте. Төндә килгәндә лә көтөп тора инем уны. Йырлағанымды яратты, тормошсан итеп әңгәмәләшеп ултырыуҙы оҡшатты. Минең компанияны үҙ итте һәр хәлдә. Беҙҙең дуҫлыҡ эскерһеҙ һәм ябай булды. Мин унан бер ваҡытта ла, бер нәмә лә һораманым. Аралашыуыбыҙҙы файҙаланып бер шырпы ла алманым. Шуның менән дә ғорурлана алам.

Һеҙ халыҡсан характерлы, боронғо оло хужалыҡ менән идара иткән байбисәләргә, халыҡ кәңәшкә килер ағинәйҙәргә оҡшағанһығыҙ, был аралашыуҙа һиҙелә.
— Эйе, мин хакимә. Әммә ҡаты ҡатын түгел. Ғәфү итә һәм үтенә беләм. Телем тупаҫ, тупһыҙ түгел. Кәрәктә һығылмалы ла була алам. Сигенә, позицияны ҡалдыра беләм. Әммә алға барыуҙы һәм көрәшеүҙе туҡтатмайым. Ҡул ҡаушырып ултырып ҡуйыу хас түгел миңә.

Йырҙарығыҙ үтә лә зарлы… Ретро йырҙар, белеүемсә. Заманса йырҙар ылыҡтырмаймы?
— Әлеге мәл етмеш өс йырым бар, береһе лә еңел-елпе һәм осраҡлы йыр түгел. Уларҙың күптәрен бала саҡтан ишетеп, йырлап үҫкәнмен. Яҙмышыма яғылып килгәндәр улар, шуға ла бик тә зарлылар һәм йәнемә ауаздаштар. Өләсәйемдең, әсәйемдең, ауылдағы апайҙарҙың йырҙары. Ниндәйҙер ваҡиғаларға, ғүмер боролоштарына, кисерештәргә бәйлеләр.
Заманса йырҙарымда бар, тик уларҙы ла эстәлекле, мәғәнәле итеп кенә һайларға тырышам. Бөгөнгө йырҙарҙың хаҡы ҙур ҙа, баһаһы самалы һәм ғүмерҙәре лә ҡыҫҡа. Шуға мин халыҡ тарафынан ижад ителгән һәм һәр кемдең йөрәгенә үтеп инер сере булған йырҙарҙы һайлайым. Дөрөҫ эшләйемдә, буғай.

Йәштәр менән эшләп алдығыҙ, шоу-бизнеста ла ярайһы ғына тәжрибә тупланығыҙ. Нисек һеҙҙең ҡарамаҡҡа бөгөнгө эстрада донъяһы?
— Ике тапҡыр “Юлдаш йыры”нда, ике тапҡыр “Башҡорт йыры”нда Гран-при алдым. Был үҙе лә эстрадала бер күренеш булды. Ә йәштәр менән эшләүгә килгәндә, ҡайҙа ғына булһам да йәштәр эргәмдә, улар менән шаярып-көлөп, бергә йырлап үҙ кеше булып киттем. Улар минән ситкә тайпылманы. Әллә ниндәй шаянлыҡтар ҙа уйлап сығарып бөттөләр, мин иһә артыҡ иғтибар итмәйем, бала-саға әйҙә көлһөндәр әйҙә, гонаһтарым кәмер тиемдә ҡуям. Гастролдәрҙә әсәй генә түгел, өләсәй һымаҡта инем инде, уларҙы ҡарап, бәпләп йөрөттөм. Егеттәр-ҡыҙҙар шылтыратып торалар, бөгөндә әле бергә ижад итеүгә тәҡдимдәр бар.
Шоу-бизнес ул алыш-биреш, аҡса донъяһы. Унда ижад һәм һәләт артыҡ алға һөрөлмәй ул. Бында мине лә алдарға, файҙаланырға тырышыусылар булманы түгел. Оло кеше итеп тә, был өлкәлә тәжрибәһеҙ итеп тә ҡаранылар, буғай. Ә минең нисә йылдар оло коллектив менән етәкселек иткәнемде, СССР кимәлендәге завод проблемаларын хәл итеп йәшәгәнемде күҙ уңынан ысҡындырҙылар. Мин бит йәштән йырлап-бейеп кенә йөрөгән һәм сәхнәнән башҡа донъя күрмәгән артиска түгел, мин производство хеҙмәте менән сыныҡҡан, тормоштоң әсе-сөсөһөн күргән, яҡшы менән яманды айырып өйрәнгән ветеранмын инде. Ә йырлау ул минең күңел торошом ғына. Йыр миңә һалынған, минең менән ҡуша яралған һәм бер ваҡытта ла ташламаған тормош юлдашым, яҙмышым сатҡыһы. Мин бөгөн йыр аша дан яуларға ла, аҡса эшләргә лә, исемдәр алырға ла тырышмайым. Ирекле рәссам кеүекмен. Теләгем һәм күңелем булһа йырлайым, юҡ икән, әллә кемдәр бергә йырларға саҡырып торғанда ла баш тартам. Һәм йырҙарымды популляштырам тип телемде лә алмаштырмайым. Ундай тәҡдимдәр ҙә булды, баш тарттым. Телем башҡортса асылған һәм тәүге йырҙарҙы өләсәйем туған телемдә өйрәткән икән, мин шул телемә һәм рухыма тоғро булып ҡалам инде. Минең холҡом шундай. Тоғролоҡ – ул намыҫ.

“Бибисара” тигән серҙе астым үҙемә. Һәм һеҙгә был ҙур яҙмыш үткән, һынауҙар кисергән һәм һаман да күңелендә эскерһеҙ йырлы донъя йөрөткән апайҙы бөтөн тәрәнлегендә күрһәткем килә. Көслө рухлы, тандыр тәбиғәтле, йомарт һүҙле ағинәй, ижадсы ул.