“Минең байлығым – йәшәлгән йылдар!..”
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы үҙҙәренең ветерандарын “Минең байлығым – йәшәлгән йылдар!..” тип аталған Халыҡ-ара ололар көнөнә саҡырҙы. Элегант йәштәге ханымдар көҙҙөң мул уңышынан биҙәлгән табын артында китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай программалы сығыштарҙы тамаша ҡылды. Улар эшләгән замандарҙағы төрлө саралар ваҡытында төшкән фотоларҙан видеояҙмалар, ҡыҙыҡлы һорауламә күрһәтелде. Район мәҙәниәте йорто артистары Сөмбөл Юлбахтина, Илнур Аслаев һәм Булат Ҡужахмәтовтың дәртле һәм моңло сығыштары кисәгә йәм өҫтәне. Ветерандар, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе уландары хаҡында һөйләп илашып, ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе иҫләп көлөшөп, йәшлек йырҙарын йырлашып, дәртләнеп бейешеп, күңелдәре булып таралышты.