logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Мостай Кәримдең тыуған көнөн ҡаршылап

 

Баймаҡ үҙәк  район китапханаһының уҡыу залында Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған китапхана дәресе үтте.“Башҡортостандың 100 аҫыл исеме” проектына ингән шәхестәребеҙҙе барланыҡ. Был мәртәбәле проектҡа ингән  Баймаҡ районының арҙаҡлы 7 шәхесе тураһында мәғлүмәт еткерелде. Шулай уҡ  был сара үҙ ғүмерен генә түгел, әҙәбиәтебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе, халҡыбыҙҙың рухи доньяһын данлы,мәртәбәле итеүҙә ҙур өлөш индергән,    ғүмер буйы башҡорт әҙәбиәтенә тоғро ҡалған, мауыҡтырғыс әҫәрҙәре, кәңәштәре менән балаларҙың да , йәштәрҙең дә, ололарҙың да яҡын дуҫына әйләнгән Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Республика, Рәсәйҙең дәүләт премия лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Бөйөк ватан һуғышы ветераны  Мостафа  Сафа улы Кәримовтың тыуыуына 99 йыл тулыуға арналды.

Фәһемле, тәрбиәүи  сарала  Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кәйекбирҙина Тәнзилә Шәфҡәт ҡыҙы  етәкселегендә 2-се техник төркөм  студенттары ҡатнашты. М.Кәримдең тормош һәм ижад юлына байҡау яһау менән бер рәттән М.Кәримдең үҙе уҡыуында  видеояҙмалар күрһәтелде. Студенттарҙың Баймаҡтан сыҡҡан шәхестәрҙе һәм М.Кәрим ижадын яҡшы белеүҙәре ҡыуандырҙы. Шулай уҡ  китапхана хеҙмәткәрҙәре Сәрүәр Иҙелбаева һәм Венера Ушанова уҡыу залындағы китап күргәҙмәләре менән таныштырҙы. Уҡытыусы үҙ сиратында колледжда ла  2019 йылда билдәләнәсәк Башҡорт автономияһының 100 йыллығына һәм М.Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған төрлө әҙәби саралар үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.