logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

 Мотал Зәкирйән улы Рәмов тормошо һәм ижады. 

Мотал Рәмов 1964 йылдың 2 ғинуарында (ысынында 1963 йылдың 11 декабрендә) Йылайыр районының бәләкәй генә, әммә бик матур Сәләх ауылында Зәкирйән Ғәлимйән улы менән Вәлимә Мотаһар ҡыҙы Рәмовтарҙың ғаиләһендә кинйә малай булып донъяға килгән. Ғаиләлә бөтәһе 8 бала (4 малай һәм 4 ҡыҙ)булып, шуларҙың бишәүһе бер-бер артлы вафат булғандар. Бары Йәүҙәт менән Фәриҙә генә иҫән ҡалалар. Шунысама балаларын ер ҡуйынына тапшырған атай менән әсә, боронғо ырымға таянып, яңы тыуған балаға Тимерйән тигән исем ҡуша. Йәнәһе, исмаһам, ошо бала йәшәп китһен! Әммә Ғәбиҙә өләсәһе(әсәһенең әсәһе) үҙенең ҡайныһының исемен биреүҙе үтенә һәм көслө мулланан, Моталлип, тип аҙан ҡысҡырта. Исем атай кешегә оҡшамай һәм ул ауыл советында метрикаға Мотал тип ҡыҫҡартып яҙҙыра. “Бөтөнләй йәмһеҙ исем ҡуштырҙы ҡәйнәм, ҙурайғас, паспорт алғаныңда исемеңде алыштырырһың – ти торғайны йыш ҡына” тип хәтерләй ул. Ләкин ысын мулла ҡушҡан, етмәһә шундай оло исемде (Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙе тәрбиәләп үҫтергән ҡартатаһының исеме) алыштырғыһы килмәә Моталдың. Башта 3-сө синыфты тыуған ауылында уҡытыусыһы Роза Хәсән ҡыҙы Исламғолова мәрхүмә ҡулында тамамлай һәм артабан  күрше Йомағужа урта мәктәбендә урта белем ала. Унынсыны бөткән йылда атаһы мәрхүм була. Таяныстары – атаһының ҡустыһы Батырйән ағаһы, бер туған еҙнәһе Риф тә йәшләй генә мәрхүм булғас район үҙәгенә күсергә мәжбүр булалар (ҡайғынан ҡасалар, йәнәһе..) Етмәһә, уны армиянан ҡайтышлай уҡ район гәзитенә эшкә алалар. Ситтән тороп БДУ-ны тамамлай. Өйләнә һәм тәүге ҡатынынан тыуған берҙән-бер  улы 4.5 йәшендә серле генә үлеп ҡала… Хәҙер икенсе ҡатыны менән 20 йылға яҡын матур ғына ғ№мер кисерәләр. Бер улыбыҙ янына балалар йортонан ике малай алып үҫтерәләр. Улдарының береһе – Алик Баймаҡ агроколледжын тамамлап, эшләп йөрөй. Райман күп профилле колледжда белем ала, бәләкәйҙәре Вадим 8-селә уҡый. Мотал Рәмов бәләкәйҙән яҙышырға ярата. Йылайыр районы гәзитендә эшләгәнендә шиғырҙар яҙа башлай. “Илһам шишмәләре – 2017” лауреаты була. Сценарийҙар яҙа, хикәйәләр, акростихтар ижад итә. Күп кенә шиғырҙарына композиторҙар көй ижад иткән. “Ижадҡа һөйөү ғүмеремдең аҙағынаса оҙатып барыр, моғайын. Ул миңә илһам һәм йәшәүгә көс бирә, тормош ауырлыҡтарын еңергә ярҙам итә. Ниндәй генә ҡайғыға тарыһам да иң элек ана шул ижадымда йыуаныс табам”-ти Мотал Зәкирйән улы.
Уның һүҙҙәренә яҙылған популяр йырҙар: “Һөйөүҙер ул!”, “Раббым”, “Әүлиәләр иле”, “Йырлар йырым – Йылайырым!”, “Парлылар йыры”, “Онотмайыҡ” һ.б.