«Нәҫелемдең күренекле шәхесе»
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Нәҫелемдең күренекле шәхесе» район эҙләнеү эштәре йомғаҡтары буйынса Тыуған яҡты өйрәнеүселәр уҡыуҙары (Краеведческие чтения) үтте. Мәғлүм булыуынса, конкурс Быйылғы Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан халҡыбыҙҙың күренекле ул һәм ҡыҙҙарының исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләгән Крайҙы өйрәнеүселәр клубы тарафынан иғлан ителгәйне.
Положениеға ярашлы, конкурс 3 этапта ойошторолдо. Тәүге этабында ҡатнашыусыларҙың эштәре йыйып алынды. Бөтәһе 27 хеҙмәт килде. Эштәр 4 категорияла: 13 – 17 йәш, 18 – 35 йәш, 36 – 55 йәш, 56 йәш һәм унан өлкәндәр йәш категориялары буйынса баһаланды.
Икенсе этабында абруйлы баһалама ағзалары – тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы) доценты, Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фуат Сөләймәнов,
Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева,
Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы идараһы ағзаһы Юнир Минишев,
этнограф, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире, “Урғаҙа.ru” тарихи порталына нигеҙ һалыусы, “История Яковлевки: от хутора к селу” китабы авторы Марсель Маннапов
конкурсҡа килгән эштәр менән танышты, үҙ баһаларын бирҙе.
29 апрелдә үткән өсөнсө этапта – Тыуған яҡты өйрәнеүселәр уҡыуҙарында – финалистар үҙ эштәрен яҡлап сығыш яһаны, еңеүселәр бүләкләнде. “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Конференцияны асып, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Сабирова уның эшлекле шарттарҙа үтеүен теләне. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләгән Крайҙы өйрәнеүселәр клубы етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, “Төнъяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубының тарихсы реконструкторы Айҙар Мәжитов бындай сараның әһәмиәте хаҡында сығыш яһаны, хәтер “карабына” ултырып тарих даръяһына сәйәхәткә саҡырҙы. Сығыштар бик ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле һәм фәһемле булды. Һәр йәш категорияһындағы сығыштарҙан һуң ғалимдарҙың эштәргә анализ яһап төшөргән видеояҙмалары күрһәтелде. Рәшиҙә Мәһәҙиева үҙе тикшергән категория ҡатнашыусыларының хеҙмәттәренә ентекле ҡылыҡһырлама яһаны.
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр уҡыуҙарының икенсе өлөшөндә тантаналы шарттарҙа еңеүселәр бүләкләнде, уларға матур теләктәр еткерелде. Гөлназ Әкрәм ҡыҙы, кисәне йомғаҡлап, Рәшиҙә Мәһәҙиеваға һәм Айҙар Мәжитовҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
«Нәҫелемдең күренекле шәхесе» (“Выдающаяся личность моего рода”) район эҙләнеү эштәре конкурсы еңеүселәре:
13 – 17 йәш
Жюри – Минишев Юнир Әйүп улы
1-се урын – “Нәҫелемдең күренекле шәхесе Ташбулат Дәүләтшин“, Әҡлимә Дәүләтшина, Байыш төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы. Ғилми етәксеһе: Мортазина Нурия Ғәммән ҡыҙы.
2-се урын – “Күренекле шәхестәргә бай нәҫел”, Ильяс Йәнбәков, Башҡорт кооператив техникумының 1-се курс студенты, Етәксеһе: Абдуллина Рәшиҙә Бикйән ҡыҙы.
3-сө урын – «Наш земляк – композитор», Нургиз Ахметов, ученик IX класса школы им. Х. Ахметова д.Чингизово филиал МОБУ ООШ с.Верхнетавлыкаево. Руководитель: Алтынбаева Минсылу Аширафовна.
18 – 35 йәш
Жюри – Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы
1-се урын – “Хеҙмәткә бағышланған ғүмер”, Илназ Арыҫланов, 2-се Этҡол мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы. Етәксеһе: Арыҫланова Рәшиҙә Әбдрәхим ҡыҙы.
1-се урын – «Сәләх Кулибай – нәҫелемдең күренекле шәхесе», Абдуллина Алһыу Фәнир ҡыҙы, М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының 2 курс студенты. Етәксеһе: Вәлиева Гөлназ Даүрат ҡыҙы, филология фәндәре кандидаты, доцент.
2-сө урын – “Ауылдың тәүге летчигы”, Буранбай Кейекбаев, Сибай
медицина колледжы студенты.
36 – 55 йәш
Жюри – Маннапов Марсель Мөрит улы
1-се урын – «Ул Төйәләҫ буйынан». Уҡытыусы, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе ижади шәхес – Урал Ғазин тураһында, Дилара Еникеева.
56+ йәш
Жюри – Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы
1-се урын – “Әхмәт Абҙаҡов. Ул һәр яҡлап талантлы ине”, Фәхретдинов Ғәли Әхмәҙи улы, 67 йәш, Баймаҡ ҡалаһы.
2-се урын – “Минең ҡартатайҙар Иҫке Сибай ауылына нигеҙ һалыусылар”, Сабит Утарбаев, 74 йәш, Иҫке Сибай ауылы.
3-сө урын – “Ғәбитов Мостафа Фазлетдин улы (1880-1969)”, Рәсимә Солтанғолова, 59 йәш. Әбделкәрим ауылы.
Фотоларҙы ошо альбомда ҡарарға була: vk.com/album-36585846_31239…