Наил Ғәйетбаев менән осрашыу уҙҙы
Үҙәк китапханала яҡташ яҙыусыбыҙ, күренекле башҡорт драматургы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәйетбаев менән осрашыу уҙҙы. Унда райондың төрлө төбәктәренән әҙәбиәт һөйөүселәр, тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы яҡташтарыбыҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапханасылар ҡатнашты. Осрашыу Наил Әсҡәт улы ижад иткән “Бабич” романына арналды. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршылағанда үткер телле шағир, көслө характерлы шәхес, халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа арналған әҫәр – роман тураһында һөйләшеү, унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы барлау, төп геройҙарының тормош юлына туҡталыу бик фәһемле булды. Әҙәбиәт һөйөүселәр әҫәрҙең авторы – Наил Ғәйетбаев менән күҙмә-күҙ аралашып үҙ һорауҙарына яуаптар алды. Яҙыусы башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Шәйехзада Бабичты бар булмышында – көслө һәм бай күңелле шәхес итеп аса. “Бабич” романы менән“Ағиҙел” журналында танышырға мөмкин. Роман журналдың үткән йылғы биш һанында донъя күрҙе.