logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ниғәмәт ауыл модель китапханаһы

Бөгөн – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө, йәмле йәйҙең һәм каникулдың башланып торған тәүге көнө. Балалар көнө булғанғалыр, көн шундай матур, йылы, аяҙ, тирә-яҡта йәшеллек. Аллаға шөкөр, ямғырҙар ҙа яуҙы. Балалар – беҙҙең шатлығыбыҙ, бәхетебеҙ, ҡыуаныстарыбыҙ, беҙҙең һәм илебеҙҙең киләсәге. Беҙҙең ауылда был көндә мәктәптең спорт майҙансығында балалар һабантуйы үткәрелде. Кескәйҙәр ихлас итеп бар ярыштарҙа ҡатнаштылар: “атта” сабыштылар, көршәк ваттылар, арҡан тартыштылар, бүләк ҡырҡып алдылар, тоҡ кейеп йүгереп ярыштылар. Байрам бик күңелле һәм ойошҡанлы үтте. Рәмил Хәсәнов, Рәмилә Суфьянова, клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, “Һаҡмар һандуғастары”, “Наза” ансамблдәре спонсорлыҡ ярҙамы күрһәттеләр. Азамат Ишйәров музыкаль яҡтан биҙәне. Балаларыбыҙ һау-сәләмәт, бәхетле булһындар, йәйге каникулдары күңелле һәм имен үтһен!