logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ололар көнө билдәләнде

Бөгөн Баймаҡ үҙәк китапханаһында Ололар көнө билдәләнде. Был көн барыбыҙ өсөн дә өлкән быуын вәкилдәренә ҡарата хөрмәт һәм һөйөү күрһәтеү, башҡарған эштәре өсөн оло рәхмәт белдереү мөмкинлеге лә. Матур йола буйынса китапхана өлкәһендә төрлө йылдарҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан өс тиҫтәнән ашыу ветеран был көндө уҡыу залындағы табын өҫтәленә йыйылды. Хөрмәтлеләребеҙ өсөн йыр-бейеүҙән торған матур концерт программаһы, уйындар ойошторолдо, китапхана архивында һаҡланған фотоларҙан торған слайд күрһәтелде. Эшләү осоронда әхирәттәр булышып, улай ғына ла түгел туғанлашып бөткән элекке хеҙмәттәштәрҙең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
Хөрмәтле ветерандар! Һеҙгә ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!!!Тормошобоҙҙа ошондай йырлы-моңло осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен!