logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ҡолсора ауыл китапханаһы

Ағинәйҙәр менән Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәт иттек.
Музей 1963 йылда ойошторолған. Тәүҙә ул ауыл мәктәбенең бинаһында булған. 1985 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе (краевед) — Барый Мирхәйҙәр улы Буранбаевтың инициативаһы буйынса Темәс ауыл советының ултырышында музейға айырым здание бирелеүе хәл ителә. Шулай итеп, музейға Башҡортостандың Беренсе Хөкүмәте зданиеһы бирелә. 1989 йылда Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы Башҡортостан Республикаһының Милли музейының филиалы — Урал аръяғында беренсе дәүләт музейы булып китә.
1991 йылдың 13 июнендә тантаналы рәүештә Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының күргәҙмәһе асылды. Музейҙа 3000 тирәһе экспонат һанала. Бында күбеһенсә Темәс ауылының тарихы, Башҡортостандың Беренсе Хөкүмәте, Башҡортостандың автономияһын иғлан итеү менән бәйле тарихи документтар, фотоһүрәттәр һаҡлана.
Музей Урал аръяғы халҡының мәҙәниәтен һәм уның көнкүрешен сағылдырған экспонаттарға бай. Музей фондының күп өлөшөн тарихи документтар, фотоһүрәттәр, һирәк осраған китаптар тәшкил итһә, ике залында башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм тормошон сағылдырған экспонаттар урынлашҡан: боронғоса йыһазландырылған өй бүлмәһе, милли кейемдәр, ҡул менән һуғылған балаҫтар, шаршауҙар, һолғо, ашъяулыҡтар, баш кейемдәре, хараустар һ.б. Мәҙәниәт һәм көнкүреште сағылдырған экспонаттар араһында һирәк осрай торған коралл таштар, көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән селтәр бар. Еҙ самауыр, ҡомған, кәсә, подностарҙан торған һауыт-һаба коллекцияһы үҙенә айырым иғтибар йәлеп итә. Ағастан эшләнгән һауыт-һабалар ҙа күп төрлө: йүкәнән — батман, көбө, тәпән; ҡайын ағасынан — киле, ҡоштабаҡ, туҫтаҡ; ҡайын тамырынан уйылып эшләнгән ижау.
«Ҡоралдар» фонды Беренсе донъя һәм граждандар һуғышы ваҡытындағы мылтыҡтар, винтовкалар, штыктар менән сағылдырылған. II—IV быуаттарға ҡараған сармат ҡылысы ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Унан тыш экспонаттар араһында 1917—1919 йылдарҙағы уникаль архив тарихи документтар һәм фотоһүрәттәр, 2001 йылда Зәки Вәлидинең ҡыҙы Иҫәнбикә, улы Субидәй һәм ейәнсәре Сара килгәндә төшөрөлгән фотоһүрәттәр һаҡлана.
Музейҙың ғорурлығы булып Зәки Вәлидинең өҫтәле һанала.
Музейҙың экспозицияһында 1919 йылда үткән Беренсе Башҡорт хөкүмәте ултырышының эш ваҡыты һынландырылған. Унда Беренсе Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының балауыҙҙан эшләнгән фигуралары бирелгән. Был композиция 1919 йылдың ғинуар-март айҙарында булған республиканың ҡатмарлы тарихи биттәренә аңлылыҡ индерә. Мәҙәниәт һәм көнкүреште өйрәнеүгә арналған залда 1755—1756 йылдарҙағы Батырша (Абдулла Алиев) етәкселегендәге ихтилалға арналған диорама күрһәтелгән. Шулай уҡ музейҙа Бөйөк Ватан һуғышына, Темәс педучилищеһына, балалар йортона ҡағылған, Темәс ауылынан сыҡҡан күренекле шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр табырға була. Музейға нигеҙ һалыусы: Барый Мирхәйҙәр улы Буранбаев.
Музей 1896—1897 йылдарҙа төҙөлгән ике этажлы боронғо йортта урынлашҡан