logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ, АУЫЛДАШТАРЫМ!!!

Ҡолсора ауылы китапханаһында былтыр Сибай типографияһында донъя күргән “Ҡарағай менән аҡ бейеү” һәм “Йөрәгемдәге йырым” исемле китаптарымдың исем туйы үтте. Унда ижадымды үҙ иткән ауылдаштарым, уҡытыусыларым, башҡорт теле уҡытыусылары һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Ауылыбыҙҙың һандуғасы – республикала танылған йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Туйсинаның “Әрем еҫе” йыры бала саҡтарға алып ҡайтып, күңелде иләҫләнлереп ебәрҙе.
Ҡолсора мәктәбендә бик аҙ ғына уҡып китеүемә ҡарамаҫтан, уҡытыусыларым Рина Баязитова, Мәстүрә Мөхәмәтҡужина һәм Нәғимә Самарбаева белем алған саҡтағы ҡылыҡтарымды, һыҙаттарымды ихлас телгә алыуҙарын тыңлап: “Беҙ – уҡыусылар – шундай күмәкбеҙ, ҡайһылай итеп улар барыбыҙҙы ла иҫләп бөтә икән!?” – тип хайран ҡалдым. Башҡорт теле уҡытыусылары Айгөл Әбсәләмова һәм Миңнур Юламанова китабымдан айырыла алмай уҡыуҙары, аҙағына барып еткәс, күңел күтәренкелеге кисереүҙәре тураһында әйтеп, барыһын да китапты уҡып сығырға саҡырҙылар. “Шиғырҙарҙан һуң прозаға тотоноу, ошондай повесть һәм хикәйәләр ижад итеү – һеҙҙең өсөн ҙур, ышаныслы аҙым, ә әҫәрҙәрегеҙ тормошсан, ихлас, тәбиғи”, – тигән матур баһа бирҙеләр. “Тәбиғәт күренештәре юғары художестволы кимәлдә илһамланып тасуирланған. Уҡыусыларға инша яҙғанда уларҙы уҡып алыу бик файҙалы булыр ине”, – тигән тәҡдимде ишеткәс, хәҙер үк ҡулға ҡәләм алып тыуған яғым тәбиғәтен һүрәтләрҙәй илһам алдым. Ауылыбыҙҙың ағинәйе Рәйсә Диярова әҫәрҙә өс быуын ҡатын-ҡыҙҙарының аяныслы яҙмышы сағылыуын һөйләп үтте, һуғыш балалары менән хәҙерге көндә йыш осрашыуҙары, Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр йылдарҙы иҫләшеп алыуҙары хаҡында бәйән итте. “Эх, шул яҙмыштарҙы ла тарихҡа индерергә ине”, – тине ул. Ауыл биләмәһе башлығы Ришат Ишмырҙин беҙҙең ерлектән сыҡҡан билдәле кешеләр менән осрашыуҙар һәр ваҡыт фәһемле үтеүенә баҫым яһаны, ауылдаштар исеменән ололап иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Исем туйының сценарийын төплө һәм ҡыҙыҡлы итеп төҙөүсе китапханасы Гүзәл Мөхәмәтҡужина Нуриҙә Рамаҙанова менән кисәне йәмле һәм йәнле итеп алып барҙылар, минең тарафтан рус классиктарының башҡорт теленә ауҙарылған тәржемә шиғырҙар ҙа яңғыраны.
…Тик китапханала ғына ошондай тәрән күңел кисерештәренә бирелергә, илһам алырға, оялмай күҙ йәштәренә лә ирек ҡуйырға мөмкиндер…
Ауылымдан бик бай тәьҫораттар тейәп ҡайттым… Ижадсы өсөн уның яҙғандарын уҡыуҙарын белеүҙән, уларҙың күңел ҡылдарын тирбәткән уй-фекерҙәрен ишетеүҙән, киләсәккә өмөт бағлауҙарын күреүҙән дә ҙур бәхет бармы икән? Юҡтыр! Быны кисәлә мин ныҡ тәрән кисерҙем. Сөнки быға тиклем шиғырҙарым буйынса ғына фекер йөрөтәләр ине, әле тәүге генә, өйрәнсек кенә повесть, хикәйәләремә ҡылыҡһырлама яһаған башҡорт теле уҡытыусыларына, үҙемдең уҡытыусыларыма, ошо күркәм сараны тамаша ҡылырға килгән ауылдаштарыма, мәктәп уҡыусыларына йөрәк түремдән тик ихлас рәхмәт һүҙҙәрем генә ағыла. Ҡайтҡас, хатта ышанмай: “Ысынлап та шулай уҡымлы микән?” – тип повесымды яңынан, ауылдаштарым күҙлегенән, уҡып сыҡтым, күп урындарында балауыҙ һығып та алдым. Ул урындарҙы яҙған саҡта йөрәгемдең сәнсеп-сәнсеп ҡуйғаны иҫкә төштө. Ысынлап та, һыҙланып, әсенеп яҙғайным. Әлбиттә, минең маҡсатым уҡыусыны илатыу түгел, ә шундай ауыр яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрһәтеү ине: кемдеңдер, йәшәргә көс тапмай, яҡты донъяларҙан хушлашыуы арҡаһында балаларының күргән михнәт-ыҙалары, ә кемдәрҙеңдер (төп героиняның), йәне һүнеп бөткән ерҙән үҙендә көс табып, ары йәшәргә ынтылыуы, яңынан балҡып, тирә-яҡҡа нур сәсеүен тасуирлағайным “Әсәй яулығы” исемле повесымда. 15 йыл дауамында яҙылды ул әҫәр. “Бындай әҫәр буламы?” – тип юйып ташлаған мәлдәрем дә әҙ булманы. Күңелгә бер ингәс, сыҡмайынса ҡуймай икән ул. Көн һайын да яҙып ултырманым, йыл буйына тотона алмаған саҡтар ҙа булды. Әммә нисек килеп сыҡты – шулай килеп сыҡты. һәм иң яҡын кешеләрем – ауылдаштарым тарафынан шундай йылы, ихлас, матур баһа алыуы – минең өсөн бәхеттең бәхете! Рәхмәт һеҙгә, ауылдаштарым!!!
Иң оло рәхмәтем – ошондай сараны ойошторған китапханасыбыҙ Гүзәл Мөхәмәтҡужинаға, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан баштан аҙаҡҡаса ҡатнашҡан ауыл биләмәһе башлығы Ришат Ишмырҙинға, алып барыусылар Гүзәл ханым һәм Нуриҙә Рамаҙановаға, кисәне йылы моңға сорнаған Флүрә Туйсинаға, уҡытыусыларыма, ағинәй Рәйсә Дияроваға, “Әхирәттәр” клубы етәксеһе Гөлсинә Сыңғыҙоваға, уҡыусыларын сараға ебәргән Ҡолсора мәктәбенә, кисәлә ихлас ҡатнашҡан мәктәп уҡыусыларына юллана. Әйткәндәй, улар “Дәрүишхан” төркөмөнөң “Эх, Зөлфиә!” клибында нисек ҡатнашыуым, “Ҡарағай менән аҡ бейеү” әкиәтенең ни өсөн өлкәндәр өсөн әкиәт булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Мәктәп китапханаһына был китаптарымды бүләккә тапшырҙым. Китапханасы Гөлсинә Әхмәрова, хәҙер мәктәптәргә бөтөнләй китап килмәй тип, бындай бүләк улар өсөн сикһеҙ хазина булыуына ҡыуанды. Рәхмәт!
Ә шулай ҙа йөрәк түренән сыҡҡан иң нескә, иң йылы хистәрем әсәйемә төбәлә. “Ҡарағай менән аҡ бейеү” китабым тотошлайы менән әсәйемә арналды. Тәүге повесымдың “Әсәй яулығы” тип аталыуы ла бушҡа түгел. Унда ҡәҙерлемдең яҙмышы сағылмаһа ла, әсәлек кисерештәре тураһында яҙғанда мин үҙем белгән берҙән-бер әсәйемә ҡарап тасуирланым. Йыр-моңға һөйөү, мөғжизәгә тиң ижадҡа ынтылыш биргәнегеҙ өсөн атай-әсәйемә һәм илһамлы төйәгем – Ҡолсорама сикһеҙ РӘХМӘТ!!!
Ихлас теләктәрем, тәьҫораттарым менән – ауылдашығыҙ Айгөл Ишемғужина (Иҙелбаева)🙏❤🌺