logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов менән осрашыу!

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле “Игебай мәктәбе” клубы ағзалары һәм ҡәләм тирбәтеүсе йәш дуҫтар! Һеҙҙе мин, клубтың етәксеһе Иҙелбаева Айгөл апайығыҙ сәләмләйем.

Моңло ҡурай тауыштары,
Быуаттар аша урай.
Сит ерҙәрҙә, ят ҡулдарҙа,
Уйнамай һис тә ҡурай.

Уйна ҡурай, һыҙҙырт ҡурай,
Саф тауышың тынмаһын.
Күңелдәрҙе әсир итеп,
Моң-һағышҡа сорнаһын.

Ирәндектең итәгендә
Үҫте ул урай-урай.
Халҡым моңон, халҡым зарын,
Һөйләй ул моңло ҡурай!
тип йырлай “Уйна, ҡурай!” йырының авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, ҡурайсы, баянсы, йырсы, шағир, һәүәҫкәр композитор Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов. Районыбыҙҙың гүзәл тәбиғәтле Түбәнге Яйыҡбай ауылында тыуып, оҙаҡ йылдар Ниғәмәт ауылының мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереүгә бөтә йөрәк көсөн биргән абруйлы ир уҙаманы ул. Уның: “Ике нәмәнән аңлатып бөткөһөҙ кинәнес алам – намаҙ, аят уҡыуҙан һәм ҡурай уйнауҙан!” – тиеүендә оло мәғәнә ята. Аллаһ менән рухи бәйләнеш һәр кемдең дә күңелен илаһи нурҙар менән тултыралыр һәм ҡурай тартыуҙы ла ошо изге ғәмәл менән бер рәткә ҡуйыу бер ҙә яҙыҡ түгел. Быны беҙҙең ата-олатайҙарыбыҙ ҙа яҡшы белгәндер, шуға ла ошо сихри көпшә бөгөнгәсә тап ҡорал булараҡ ҡына килеп етмәгәндер: уйнаусы өсөн – йөрәкте тетрәткән һағыш, аһ-зарҙы йөрәктән һығып сығарыу сараһы, ә тыңлаусы өсөн – моң аша күңелде сафландырыу, рухыбыҙҙы байытыу ысулы. “Ысул” һүҙе бәлки был осраҡта тап килеп тә етмәйҙер, әммә, ысынлап та, ысул ул. Йөрәкте матур йөкмәткеле китаптар аша ла нурландырып була бит. Ә ҡурай моңон мөкиббән тыңлау – күпкә юғарыраҡ һәм мөһимерәк. Быға моң эйәһе Рәмил Хәсәновтың һөйләгәндәренән тағы ла нығыраҡ инанырбыҙ, дуҫтар.
Уның менән Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында осрашып, Бөтә Донъя Фольклориадаһы үтәһе йылыбыҙҙы ҡурай, ҡумыҙ кеүек милли ҡоралдарыбыҙ тураһында һөйләшеүҙән башланыҡ. Хәҙер һүҙ – Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәновҡа!

Рәмил Хәсәнов. Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ, Башҡорт ҡурайҙары булмаһа…