Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә – 210 йыл.
1812 йылдың 8 сентябренда башланған Бородино яуы Рәсәйҙә иң ҡаты алыштарҙың береһе булған. Һәм ошо көн Рәсәйҙә хәрби дан көнө булып билдәләнә.
Беренсе Ватан һуғышында рус, украин, белорус һәм башҡа халыҡтарҙан тыш башҡорттар ҙа ҡатнашып дошманды еңеүгә тос өлөш индергән. Уртак Ватаныбыҙ һаналған Рәсәйҙе һаҡлап яу ҡырында ҡалған һәм, Париж урамдарын айҡап, Елисей яландарында ҡурай тартып, дан- шөһрәт менән әйләнеп ҡайтҡан батырҙарыбыҙ бер ваҡытта ла халыҡ хәтеренән сыҡмаҫ.
Илһөйәр яҡташыбыҙ , тарихсы Айҙар Рәйес улы Мәжитов “Төньяҡ амурҙары” клубы составында Бородинонан Парижғаса юл үтеп, башҡорт казактарының данлы яу юлын ҡабатлап, Парижда Бөйөк император Наполеондың мәрмәр табутын күрергә насип була уға. Парижда Рәсәй илселеге Д Эстерэ һарайында ҡурайҙа Любизар көйөн уйнап, илсе А.К. Орловҡа ҡурай бүләк итә. Илселектең Почетлы “ҡунаҡтар” китабына «Парижды ла күрҙек беҙ» тип яҙып ҡуя.