logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы айҡанлы

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында йылды тантаналы асыу сараһы үтте. Сарала махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр – Булат Бөркөтбаев, Илсур Хисмәтуллин, Азамат Ҡорбанғолов, ”Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының социаль координаторы Гөлназ Заманова, Көнһылыу Әхмәтова етәкселегендәге ололарҙың аралашыу үҙәге ағзалары, ирекмән һәм эшҡыуар Эльвира Кирамова, яугир әсәһе Әсмә Мырҙағәлина менән ейәне Саньяр һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары ҡатнашты. Яугирҙәрҙең сығыштары, ирекмәндәрҙең яугирҙәргә тапшырған бүләктәре, махсус хәрби операцияла берҙән-бер улын юғалтҡан Әсмә Сафа ҡыҙының улына арнап яҙған шиғыры һәм йыры Саньярҙың атаһына арналған “Ышан, атай” шиғыры тантананың сағыу өлөшө булды. Халыҡ ижады үҙәге ҡурайсыһы Илнур Аслаев һәм баянсы Булат Ҡужәхмәтов башҡарыуында “Һалдат маршы” көйөн сарала ҡатнашыусылар йылы ҡабул итте.