logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Рауил Бикбаев ижады буйынса аҙналыҡ

 

? 12 декабрь халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты Рауил Төхвәт улы Бикбаев үҙенең олпат юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Рауил Бикбаев ижады буйынса аҙналыҡ иғлан итте. Уның барышында күренекле әҙипкә һәм уның ижадына арналған сараларҙың үтеүе планлаштырылған. Уҡыусылар һәм студенттар менән китапхана дәрестәре, әңгәмәләр, китап һөйөүселәр ҡатнашлығында әҙәби-музыкаль кисәләр уҙасаҡ, шулай уҡ шиғриәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ менән Рауил Бикбаев исемендәге район шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтәсәк.  Хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!
Һеҙҙе лә беҙҙең китапханала көтөп ҡалабыҙ!