logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Сәләмәт тормошто яратыусылар клубы

Йома көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһы янындағы сәләмәт тормошто яратыусылар клубының сираттағы осрашыуы уҙҙы. Унда Баймаҡ үҙәк дауаханаһы фельдшеры З.Ә. Туйканова гиповитаминоз, авитаминоз тураһында сығыш яһаны. Сәләмәт тормошто яратыусылар был тәңгәлдә үҙҙәрен ҡыҙыҡһыныдырған һорауҙарға яуап алды, үҙ-ара аралашты. Ысынлап та ҡыш һуңында, яҙ башында хәлһеҙлек, тиҙ арала арыу кисерәбеҙ. Бының сәбәбе – дөрөҫ туҡланмау, рационда витаминға бай емеш-еләк, йәшелсәнең аҙ булыуы. Зәкиә Әсфәндиәр ҡыҙы гиповитаминозды иҫкәртеү йәһәтенән кәңәштәр бирҙе. Иң мөһиме – саф һауала күберәк йөрөргә, емеш-еләк, йәшелсә яратырға.