“Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы – Бикештә
Бикеш ауыл биләмәһе (биләмә башлығы вазифаһын башҡарыусы – Л.Һ. Иҫәнғолова) Моҡас ауыл биләмәһенән (биләмә башлығы – Атанғолов Н.Ә.) эстафета альбомын ҡабул итте. Сәләмәтлек йылына арналған сара Бикеш һәм Ҡуянтау ауылы халҡының тырышлығы менән әҙерләнгән күргәҙмәнән башланды. Ауылдарҙа башлыса башҡорт һәм рус милләте халҡы йәшәй. Күргәҙмә лә ике халыҡтың милли аш-һыуына, көнкүрешенә, кейеменә бәйле әҙерләнгәйне. Шулай уҡ таҡта киҫәктәрендә төшөрөлгән картиналар, ағастан төрлө әйберҙәр, ҡул эштәре күргәҙмәһе (Бикеш мәктәбе) иғтибарҙы йәлеп итте. Бикеш ауыл китапханаһы ның “Оҫта ҡулдар” клубына йөрөүселәр бәйләнгән, сигелгән бисер менән эшләнгән әйберҙәре, үҙҙәре теккән милли кейемдәр менән таныштырҙы. Ҡуянтау ауылы ағинәйҙәре башҡорт милли кейемдәрен, биҙәүестәрен алып килгән. Ағинәйҙәрҙең өҫтөндәге кейем-биҙәүестәр ҙә иғтибарға лайыҡ. Селтәрҙәр боронғо тәнкәләр, биҙәүестәр менән биҙәлгән. Боронғо урыҫ мейесе, көнкүреш әйберҙәре лә ҡыҙыҡһыныу уятты. Бикеш ауыл врач амбулаторияһы коллективы дарыу үләндәре менән таныштырҙы.
Күргәҙмәнең айырым өлөшө спортҡа, спорт ҡаҙаныштарына арналғайны. Бында спорт менән шөғөлләнгән ике ғаилә – Ҡуянтауҙан Иҫәновтар һәм Бикештән Ишмырҙиндар ғаиләһе уңыштары менән танышырға була ине. Ғаиләләр спорт өлкәһендә төрлө ярыштарҙа ҡатнашып еңеүҙәр, призлы урындар яулап бихисап почет грамоталары, кубоктар менән бүләкләнгән. Сәлим һәм Нажиә Иҫәновтар ғаиләһе, улдары Салауат йүгереү, саңғыла йөрөү, волейбол, теннис, футбол, көрәш кеүек төрҙәрҙе үҙ итә. Ринат һәм Сәриә Ишмырҙиндар ғаиләһе 2005, 2006, 2008 йылдарҙа “Спорт ғаиләһе” республика фестивалендә ҡатнашып, өсөһөндә лә еңеү яулай! Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан өлкән ҡыҙҙары һәм улдары спортты ташламай, әле лә төрлө ярыштарҙа уңыштарға өлгәшә. Бәләкәстәре Ләйсән әсәһе менән йыл да “Ҡуянтау-Баймаҡ” кросында ҡатнаша. Ғаилә башлығы 2002-2013 йылдарҙа гер күтәреү буйынса район чемпионы була. Бикеш мәктәбе уҡыусыларының, коллективтың спорт өлкәһендәге уңыштары күргәҙмәһендә тос урынды сығарылыш класс уҡыусыһы Артем Пономаревтың ҡаҙаныштары биләй. Артем баскетбол, футбол кеүек команда ярыштарында ла, гер күтәреү, еңел атлетика төрҙәрендә лә һынатмай, һәр саҡ ауыл, мәктәп намыҫын яҡлап сыға, алдынғылыҡты бирмәй.
Сәхнәлә Ҡуянтау ауылының ағинәйҙәре – “Шишмә” фольклор ансамбле (етәксеһе С.Ниғмәтуллина) Юрған күбеү йолаһын күрһәтте. Ҡыҙҙарға бирнәлеккә юрған әҙерләүгә эргә-тирәлә йәшәүсе күрше ҡатындар, яҡын
туғандар, ҡул эштәре оҫталары йыйылған, изге теләктәр әйтелгән, йәштәргә матур тормош юралған.
“Мин сәләмәт тормошто һайлайым” бүлегендә спорт һөйөүсе ғаиләләр Иҫәновтар һәм Ишмырҙиндар презентацияларын яҡланы. Ринат Ишмырҙин Бикеш мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы булараҡ белем усағының спорт өлкәһендәге уңыштары менән таныштырҙы. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары спорт бейеүен тәҡдим итте.
Бикеш мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары ҡатнашлығында Әнисә Фәррәхованың “Ғәфү ит мине, улым!” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерелде. Өлкән класс уҡыусылары үҙҙәре үк кире геройҙарҙы сағылдырып, яҙыҡ юлдың нимәгә килтергәнен күрһәтте. Эстафетаның киләһе сараһы Әбделкәримдә үтәсәк.