logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы – Семеновск ауыл биләмәһендә!

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған эстафета сиктәрендә Семеновск биләмәһе халҡы бай йөкмәткеле сара үткәрҙе. Тәү сиратта Түбә ауыл биләмәһе башлығы Хәлитова Әлфирә Самат ҡыҙы етәкселегендәге Түбә ауылы вәкилдәре һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙы етәкселегендәге баһалама ағзалары күмәк көс менән ойошторолған күргәҙмә менән танышты. Мәғариф ветераны Фәннүрә Ирмәкова 10 йыл дауамында яратҡан шөғөлө – һүрәт төшөрәү менән мауыға, картиналарында – төбәгебеҙең хозур тәбиғәтен сағылдырған. Семеновск ауыл биләмәһе башлығы Сәлимов Рәсүл Фәрит улы урындағы карьерҙа сығарылған ер аҫты байлығы – файҙалы ҡаҙылмалар өлгөләре менән таныштырҙы. Ағинәйҙәр һәм уңған хужабикәләр әҙерләгән ҡул эштәре, ҡамыр аштары күргәҙмәһе лә иғтибарҙы йәлеп итте. Мәғариф ветераны Райхана Ҡашҡарова алмаз менән сигеү ысулы менән эшләгән картиналарын тәҡдим итте. Оҙаҡ йылдар ашнаҡсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Мәрйәм Шәрипова һөт ризыҡтары күргәҙмәһе менән таныштырҙы, аҡ май әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Һөттән төрлө ризыҡ әҙерләгән хужабикә: ҡаймаҡ, май, ҡатыҡ, ойотҡан, айран, эремсек, эркет һыуы, һөҙмә, сейәле май, муйыллы май һәм башҡаһы. Дарыу үләндәре күргәҙмәһен 40-тан ашыу төр шифлы үлән тәшкил итте, шул иҫәптән быйыл йыйылған юл япрағы, бәпембә, йыуа һ.б.
“Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе” бүлегендә баланы тәҙрә аша һатып алыу йолаһы сәхнәләштерелде. Борон ғаиләләрҙә тыуған бер бала үлеп торһа, яңы тыуған баланы ата-әсә тәҙрә аша кендек инәһенән һатып алыр булған. Ошо йола нигеҙендә күпме балаларҙың ғүмере һаҡланып ҡалған. Балаларға Һатыбал, Һатлыҡ, Һатыбалды, Аллабирҙе һәм башҡа исемдәр ҡушылған. Сәхнәлә яңы тыуған сабыйҙы ата-әсәһе һатып алып, күрше күлән бәпескә оҙон ғүмер юрап, әсәһенә сәләмәтлек теләп күстәнәстәр тотоп килде, иң изге теләктәрен еткерҙе, йәш балаға ҡағылған им-том, йолаларҙы барланы, мөнәжәт әйтте. Ҡәйнә кеше улы һәм килененең шатлығын уртаҡлашып, килеүселәргә йола буйынса еп таратты.
“Мин сәләмәт тормошто һайлайым” бүлегендә балалар баҡсаһы кескәйҙәре, мәктәп уҡыусылары күңелле күнекмәләр күрһәтте, акробатик сығыштары менән һоҡландырҙы. Биләмәнең скандинав йөрөшө менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙары ла үҙенсәлекле бейеү әҙерләгәйне.
“Китап – рухи сәләмәтлек һаҡсыһы” бүлегендә Миңзәлә Сирғәлинаның “Ҡыш бабайға хат” хикәйәһе сәхнәләштерелде. Эскән әсәһе арҡаһында бала әсәһенән тартып алына. Ошо ваҡытта ғына йәшел йылан менән мауыҡҡан, өйҙән ошо ағыуҙы башҡаларға һатҡан әсә аңына килеп, үҙенең ни эшләгәнен, ниндәй көнгә төшкәнен аңлай. Ҡасандыр ташлап киткән донъяһына, өлкән улы һәм ире янына ҡайта. Ир менән ҡатын бергәләп икенсе улдарын да ҡайтара ала һәм малайҙың ҡыш бабайға яҙылған хатындағы теләге бойомға аша. Балалар әсәй һәм атай янында, сәләмәт тәндә, сәләмәт рухлы булып үҫергә тейеш. Һәр бала сәләмәт тормошҡа лайыҡ. Уның рухын һындырмау, шәхес итеп тәрбиәләү – өлкәндәрҙең изге бурысы. Фәһемле сәхнәләштереү залдағыларҙың күңеленә үтеп инде. Матур сара Мәҙинә Шәрипованың өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре, Мәрйәм Шәрипованың нәфис һүҙе менән үрелеп барҙы һәм “Ихлас” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбленең “Йәшәгән һайын – йәшәге килә” йыры менән тамамланды. Киләһе эстафета сараһы Мерәҫ ауылында үтәсәк.