logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы Ишбирҙе ауыл биләмәһендә үтте

Ишбирҙеләр Ниғәмәт ауыл биләмәһенән эстафетаны ҡабул итеп Сәләмәтлек кисәһе ойошторҙо. Баһалама ағзаларын һәм Ниғәмәт ауыл биләмәһе вәкилдәрен скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҡаршыланы. Был көндө мәктәптә уҡыусылар араһында шашка, волейбол буйынса уйындар үткәрелде. Артабан сара клубта дауам итте. Бында дарыу үләндәре, буҙа, шифалы сәйҙәр, ҡул эштәре күргәҙмәһе әҙерләнгәйне. Иҙелбаева Ләлә Шәһимарҙан ҡыҙы 60-тан ашыу төр дарыу үләндәре йыйған. “Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе” бүлегендә “Фатиха” фольклор ансамбле (етәксеһе Юнысова Нәйлә Наил ҡыҙы) мәктәп уҡыусылары менән берлектә төбәктең дарыу үләндәренең файҙаһы һәм уларҙы ҡулланыу тураһында һөйләне. Инәйҙәр балаларға шифалы үләндәр тураһында йомаҡтар әйтте, һәр сиселгән йомаҡҡа тәмлекәс өләшеп, артабан ошо үлән, ағастың ниндәй ауырыуҙарҙан дауа булыуы хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Сығыш фольклор ансамбле башҡарыуында “Балаларға васыят” мөнәжәте менән тамамланды. Был кәңәш-нәсихәттәр ололарҙың аҡыллы һүҙҙәре, тормош һабаҡтарынан торҙо.

Сараның икенсе өлөшөндә урындағы ҡоролтай рәйесе Иҫәндәүләтов Сәлим Мөхтәр улы биләмәнең спорт ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Төбәктә өс күсмә кубок бар: мәктәп уҡыусылары араһында Урал Моратов исемендәге шашка буйынса ярыштар, округтар араһында спартакиада, шашка буйынса шәхси беренселек. Һуңғыһы пандемия ваҡытында санитар талаптарҙы күҙ уңында тотоп йорттарға айырым йөрөп уйнатылған. Шулай уҡ ауылда “Алпамыша”, волейбол, быймала футбол һ.б. уйындар даими ойошторолоп тора. Бөрйәнйылғанан Сәлимйән Үлйәбаев үҙенең һәм ғаиләһенең спорт өлкәһендәге уңыштары менән таныштырҙы. Үҙе лә, улдары Айбулат һәм ҡыҙҙары Наҙгөл дә шашка буйынса район, Урал аръяғы, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙың еңеүсеһе, даими призеры. Айбулат иһә шулай уҡ саңғы буйынса район, Урал аръяғы кимәлендәге ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай. Был ғаиләгә “Афарин!” тиергә генә ҡала. Артабан Хәйҙәр Тапаҡовтың “Бибинур ҡарсыҡ” хикәйәһенән өҙөк сәхнәләштерелде. Ишбирҙеләр китаптың рухи сәләмәтлек һаҡсыһы икәнен дә уңышлы сағылдырҙы. Сәләмәтлек кисәһе һуңында ауылдың иң оло аҡһаҡалдарының береһе – 10-сы тиҫтәне ваҡлаған тыл ветераны Хәсәнов Ибраһим Юныс улына һүҙ бирелде. Ул оҙаҡ йәшәүҙең серҙәре менән бүлеште, хәрәкәттә – бәрәкәт икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып, өҙә баҫып бейене лә. Кисәгә “Миләш”(етәксеһе Халикова Зәбирә Йәғәфәр ҡыҙы), “Йондоҙсоҡтар” (етәксеһе Иҫәндәүләтова Гөлфиә Рауил ҡыҙы), “Дарман” (етәксеһе Юнысова Миңһылыу Ҡорбанғәле ҡыҙы) тематик сығыштары менән йәм өҫтәне.