logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Сәләмәтлек көндәлеге” – Иҫке Сибайҙа

Иҫке Сибай клубы алды сәскәләр яланын хәтерләтә – “Сәләмәтлек көндәлеге” район эстафетаһын тапшырыусы Ҡолсора ауыл биләмәһе вәкилдәре, баһалама төркөмө ағзаларын иҫке сибайҙар балаларҙың флешмобы менән дәртле ҡаршы алды. Клуб эсендә лә йәнлелек: “Милли аш-һыуҙар” күргәҙмәһендә эшҡыуар Гөлназ Азатова етештергән милли эсемлегебеҙ буҙа, халҡыбыҙҙың шифалы ризыҡтары талҡан, ҡарағатлы, муйыллы ҡорот, сәтләүекле бал һәм башҡа ризыҡтар үҙенә йәлеп итә. Ағинәйҙәрҙең (М.Аҡбулатова, И.Йосопова, З.Йосопова) күҙҙең яуын алыр ҡул эштәре булған селтәр, яға, арҡыры яға, китаптан ҡарап тергеҙелгән боронғо сәсмәүер – “Милләтемдең сағыу биҙәктәре” күргәҙмәһе биҙәге булды. Шулай уҡ “Башҡорт аты – халҡымдың ҡото” (Г.Шөғөрова) күргәҙмәһендә йылҡысылыҡ кәсебенең атрибуттары иғтибарҙы тарта. Ә инде “Милли ризыҡ тәнгә шифа” күргәҙмәһендә “Уралбаев Ф.Ф.” крәҫтиән-фермер хужалығы йылҡы итенән, ябай ҡарындан эшләнгән деликатес ризыҡтар, ҡымыҙҙың күп төрлөлөгө хайран итте. Йәй көндәрендә хужалыҡ ҡымыҙҙың 15, ит ризығының 14 төрөн әҙерләп, һабантуйға, төрлө күргәҙмәләргә алып сыға икән. Мәктәп коллективы “Хоҙай биргән хазина йәки дауа аяҡ аҫтында” исемле күргәҙмәгә 25 төрлө үлән әҙерләгән. Күпселектең иғтибарын “Ҡаҙаныштар күргәҙмәһе” тартты. Бында Иҫке Сибай ауыл биләмәһенең 2020 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса яулаған грамота, кубоктары ғорур балҡый. Мәҫәлән, “Айыҡ ауыл-2020” конкурсында районда еңеүсе булыу, “Сәләмәт ауыл-2020” конкурсында икенсе урын алыу бер генә кешенең хеҙмәтенең емеше түгел.
“Сәләмәтлек көндәлеге” район эстафетаһын асып, алып барыусылар Ҡолсора ауыл биләмәһе делегацияһын, жюри составын һәм алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған зал тулы тамашасыны тәбрикләне. Ҡолсоралар тантаналы шарттарҙа эстафета альбомын иҫке сибайҙарға тапшырҙы.
“Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе” бүлеге “Бесән өмәһе” йолаһы менән асылып, халҡыбыҙҙың ҡырсылыҡ эшенә бәйле “Умырзая”, “Атайсал”, “Яҙгөл” ансамблдәренең йыр-бейеүҙәре, мөнәжәте менән үрелеп барҙы. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бесән эшләгән саҡта ағинәйҙәр ҡаҙан аҫа, шул арала яндарында уралған балаларға ололар төрлө аҡыллы кәңәштәр еткерә. Мәҫәлән, ут менән һыуға бәйле “утҡа төкөрмә, телең көрмәлә”, “ут янында кеше менән ирешмә, көсө үҙеңә бөркөй”, “Һыуҙы ҡояш ҡалҡмайынса алырға ярамай, йоҡлаған була”, “һыуҙың күңеле, йөрәге була, шуға уны “бисмилла” итеп кенә алырға кәрәк” кеүек онотола төшкән аҡыллы әйтемдәр, әле генә “ҡырҙан йыйылған” үләндәрҙең шифаһы тураһында сығыштар тамашасы өсөн дә фәһемле булды. Әйткәндәй, “Бесән өмәһе” йолаһына “Ҡот ҡойоу”, “Мейе ултыртыу”, “Бетеү йолаһы” кеүек халҡыбыҙҙың көнкүрешен һынландырған күренештәрен дә берләштереү бик сағыу тамашаға әүерелде.
“Мин сәләмәт тормошто һайлайым” бүлегендә Иҫке Сибай ауылының спорт тормошона байҡау яһалды: ауыл халҡы көсө менән хоккей ҡумтаһы булдырылған, йәш егеттәр өсөн атлетика залы бар, мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн аэробика түңәрәге эшләй. Ауылда өҫтәл теннисы, армрестлинг, гир күтәреү, төрлө йәштәге уйынсылар араһында волейбол, хоккей буйынса ярыштар, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан алып ололар араһында шашка, шахмат турнирҙары ойошторола, йылына ике тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында ауыл хакимиәте исемендәге кубокка, традицияға әйләнгән быйма хоккейы үтә.
Артабан тамашасы махсус формаларҙағы спортсылар парадын көслө алҡыштарға күмде. Улар – үҫмерҙәр волейбол командаһы (етәксеһе Ф.Яҡупов), спорт һөйөүсе Ваһаповтар, Сәлимовтар, Мәхмүтовтар ғаиләләре, аэробика менән шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар (етәксеһе Э.Танһыҡҡужина), Иҫке Сибай урта мәктәбенең ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр волейбол командалары, быйма хоккейы буйынса “Спецназ” йыйылма ҡатын-ҡыҙҙар командаһы, дауахана коллективы скандинавсылар (етәксеһе Р.Кәримова), ауыр атлетика менән шөғөлләнгән егеттәр, “Атайсал” хоккей командаһы (етәкселәре Ф.Ирмәков), шахмат, шашка турнирҙары еңеүселәре мәктәп уҡыусылары сәхнә түрен биҙәне. Скандинавсылар бейеүе тамашасыға илһам-дәрт өҫтәне.
“Китап – рухи сәләмәтлек һаҡсыһы” бүлеге уйландырырлыҡ, тәрән мәғәнәле шиғырҙар менән асылды. Артабан Наилә Хәмбәлиеваның “Тәүбәгә килеү” хикәйәһе сәхнәләштерелде. 4 бала тәрбиәләгән ғаилә башлыҡтарының эскелек менән мауығыуҙары арҡаһында балаларҙың ыҙа сигеүе, балаларын тартып алыу менән янағандан һуң ғына уларҙың, тәүбәгә килеп, “йәшел йылан”дан баш тартып, матур итеп йәшәүҙәрен сәхнәләштергән күренеш тәрбиәүи йәһәттән бик тә актуаль булды. Сәхнәләштереү һуңында ла рухлы, тормошҡа һөйөү уятырлыҡ яҡты шиғырҙар, Ә.Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең “Бәхет өсөн” йыры менән тамамланды.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина иҫке сибайҙарҙың тамашаһын дәррәүлек, күмәклек менән алдырған юғары кимәлдәге сығыш тип баһаланы. Унда 5 йәштән 75 йәшкәсә 340-тан ашыу халыҡ ҡатнашты. Артабан 26 апрелдә Иҫке Сибай ауыл биләмәһе эстафетаны йомаштарға тапшырасаҡ.