logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Сәләмәтлек көндәлеге

Ниғәмәт ауылы биләмәһе халҡы Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенән “Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһын ҡабул итеп сәләмәтлеккә, сәләмәт йәшәү рәүешенә арналған кисә ойошторҙо. Сара Икенсе Этҡол ауылының яңыртылған мәҙәниәт йортонда үтте. Фойела биләмә ҡатын-ҡыҙҙары һөт ризыҡтары, талҡан, дарыу үләндәренән күргәҙмә тәҡдим итте. Сәхнәлә 2-се Этҡол ауылы ағинәйҙәре “Йәш баланы бағыу” йолаһын сәхнәләштерҙе. Яңы тыуған сабыйҙы күҙ тейеүҙән, башҡа зәхмәттәрҙән нисек һаҡларға була? Ағинәйҙәр аҡыллы, фәһемле кәңәштәре менән уртаҡлашты. Ниғәмәттән Әсмә Мырҙағәлина ҡот ҡойоу тәртибен күрһәтте. Борон-борондан әсәй-өләсәйҙәребеҙ ҡурҡҡан балаға, кешегә ҡот ҡойған, ҡот ҡайтарған. Уның шифаһы ҙур.

БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Кәримов Фәтхулла Зәйнетдин улы, биш балалы спортсы Яҡуповтар ғаиләһе тураһында презентация күрһәтелде. Фәтхулла Зәйнетдин улы бик күптәрҙе спортҡа ылыҡтырған педагог. Уның юлын дауам итеүсе уҡыусылары бихисап. Биләмәлә хоккей, көрәш, скандинавса йөрөү һ.б. спорт төрҙәре үҫешкән. Сәхнәлә мәктәп уҡыусылары физик күнегеүҙәр күрһәтте. Ниғәмәт ауылының “Һаҡмар” халыҡ театры Мәрйәм Бураҡаеваның “Ҡорама юрған” хикәйәһенән өҙөк сәхнәләштерҙе.