Сәләмәтлек_көндәлеге
Моҡастар Ишмырҙа ауыл биләмәһенән эстафетаны ҡабул итеп Сәләмәтлек көндәлегенә яңы биттәр өҫтәне. Ҡашҡаров З.М. етәкселегендәге Ишмырҙа ауыл биләмәһе вәкилдәрен, баһалама ағзаларын, тамашасыны Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Н.Ә.Атанғолов, Төркмән мәктәбе директоры З.С.Ҡаһарманова һәм сәләмәтлеккә арналған таҡмаҡтары, йыр-бейеүҙәре менән Төркмән ауылы ағинәйҙәре ҡаршы алды.“Сәләмәтлек көндәлеге” эстафетаһы сиктәрендәге сара ауыл биләмәһенең уңған ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан ойошторолған күргәҙмә менән таныштырыуҙан башланды. Төркмәндә әле лә ҡул тирмәнен ҡулланып талҡан әҙерләүселәр бар. Бының өсөн электән ҡалған таш һәм ағас ҡул тирмәндәре файҙаланыла. Талҡанды ла төрлөләндереп әҙерләйҙәр. Был ризыҡ туҡлыҡлығы, файҙалы матдәләргә бай булыуы менән айырылып тора. Милли аш-һыуҙарҙан, биҙәүестәрҙән, кейемдәрҙән, кейеҙ һәм бәйләнгән әйберҙәр, изолондан сәскәләр күргәҙмәһе лә иғтибарҙы йәлеп итте. Төркмән мәктәбе директоры урынбаҫары Мәҡсүтова Т.Р. туҙ һағыҙын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. “Туҙ һағыҙы – тәбиғи һағыҙ, магазин кәштәләрендәге хәҙерге заман һағыҙҙарынан айырмалы рәүештә ул бик файҙалы, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, тештәрҙе, ауыҙ эсен дауалай, тынысландыра”, – ти Таңсулпан Риф ҡыҙы. Әхмәр ауылынан Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Мәҡсүтова Ғәйникамал Ғәфүр ҡыҙы киптерелгән төрлө дарыу үләндәре менән таныштырҙы. Был үләндәрҙе дауалау һәм шулай уҡ бит, муйын тиреһен тәрбиәләү маҡсатынан да файҙаланырға була. Мәҫәлән, ҡырҡ уҫаҡ япрағын тубыҡ, быуындар һыҙлағанда ҡулланалар, ә аҡсәскә – микробтарға ҡаршы яҡшы дауа, ашҡаҙан-эсәк юлдары өсөн шифаһы ҙур, шулай уҡ битте тәрбиәләүҙә унан әҙерләнгән лосьон ҡиммәтле магазин тауарҙарынан өҫтөнөрәк. Һәм иң мөһиме, ул – тәбиғи.
Сәхнәлә балаға исем ҡушыу йолаһы күрһәтелде. Бала тыуған йортҡа күрше ҡатындар, әсәнең яҡындары, ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙар йыйыла. Һәр береһе изге теләктәр теләй, күстәнәскә шифалы ризыҡ алып килә. Изге, шифалы теләктәр, талҡан, ҡомалаҡтан икмәк, ҡорот-эремсек, һурпа һ.б. – йәш әсәнең бала тапҡандан һуң нығынып китеүен тиҙләтә. Мулла саҡыртып, йоланы үтәп, исем ҡысҡыртҡас, кендек ебе таратыла.
Моҡас ауыл биләмәһендә сәләмәт тормош яҡлы, спорт менән дуҫ балалар, йәштәр, ғаиләләр бихисап. Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы иғлан ителгәс, биләмәлә скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәр һаны бермә-бер арта. Төркмән ауылында урамдар араһында волейбол буйынса күсмә кубокка ярыштар уҙғарыла. Уның спонсоры – Магаданда йәшәүсе ауылдаштары – Нур Хөсәйенов. Ир-егеттәрҙең волейбол командаһы (кап. – И.Мөхәмәтйәров) һуңғы ваҡытта ғына Белорет районы Инйәр ҡасабаһында, Икенсе Этҡолда,
Баймаҡта, Әбйәлил районында ойошторолған ярыштарҙа һөҙөмтәле уйындар күрһәтә һәм призлы урындар яулай. Әхмәрҙәр, абҙаҡтар ҙа әүҙем. Күптән түгел Әхмәр һәм Абҙаҡ ауылдарының спорт һөйөүселәре хоккей, боҙҙа футбол ярыштары уҙғарған. Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе тренеры Әсҡәт Ҡадыров Әхмәрҙә, Төркмәндә волейбол секцияһы алып бара. “Волейболсыларҙы бәләкәйҙән әҙерләй башларға кәрәк. Тик шул ваҡытта ғына яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә була”, – ти ул. Йыл башындаБашҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Азат Бадранов ярҙамы менән Әхмәр мәктәбенә туптар һәм башҡа спорт инвентарҙары алынған. Шулай уҡ көрәш буйынса ла яҡшы әҙерлек алып барыла. Мәргән уҡсылар, уҡтан атыу кеүек спорт төрөнә, көрәшкә балаларҙы йәлеп итеүгә үҙ өлөшөн индергән аталы-уллы Әхәт һәм Тимур Өмөтбаевтар ҙа ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты. Төркмән ауылынан уҡытыусылар ғаиләһе – Әхмәтовтар ҙа биләмәлә спорт үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ғаилә башлығы, физик тәрбиә уҡытыусыһы Азат Әкрәм улының уҡыусылары төрлө спорт төрҙәре буйынса еңеүҙәр яулай. Шашка буйынса район, республика һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындарға сығып мәктәптең, ауылдың намыҫын яҡлай. Сәхнәлә Төркмән, Әхмәр мәктәбе уҡыусылары физик күнегеүҙәр, гимнастиканан оҫталыҡтарын күрһәтте.
Биләмәлә шулай уҡ йылҡысылыҡ үҫешкән. Шуға ла күп сирҙәргә дауа булған ҡымыҙҙан айырылмай моҡастар. “Төйәләҫ” фольклор ансамбле “Эх, ҡымыҙы ла, ҡымыҙы” композицияһы менән сығыш яһаны. Артабан “Туғажман” халыҡ театры Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Йәмле йәйҙәр етер инде” (етәксеһе – Г.Сәлихҡолова) әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Хасанова Г.Р. Берҙәмлектә – көс икәнен раҫлап, күмәк көс менән Моҡас ауыл биләмәһе эстафета сараһын ойошторҙо. Киләһе сара Бикеш ауыл биләмәһендә уҙасаҡ.