logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала

Баймаҡ районының ғорурлығы булған Буранбай сәсәндең тыуыуына 260, Шәһәрғәзи Ғәбдиевтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала” кисәһендә бөгөнгө көндә ижад итеүсе сәсәндәр менән осрашыу үтте. Унда яҙыусы, шағир, журналист, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар һәм Журналистар берлектәре ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, С.Юлаев исемендәге орден кавалеры Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, шағирә, яҙыусы Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почётлы хеҙмәткәре, Айҙар Байыҡ исемендәге республика сәсәндәр бәйгеһе, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ойошторған “Әсә йөрәге”, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған республика хикәйәләр конкурстары, Баймаҡ телевидениеһы ойошторған “Рух ҡошо” телевизион конкурсы лауреаты Таңһылыу Вәлиева, Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге Республика бәйгеһендә төрлө йылдарҙа 2-се, 1-се дәрәжә, 2019 йылда Гран-при лауреаты, Айытҡужа сәсән исеме менән танылған, З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Эңер юрған йәйгәндә” исемле шиғри йыйынтыҡ авторы Әкрәм Ҡәйепҡолов, йәш сәсәндәрҙе тәрбиәләүсе Балалар ижады үҙәге педагогы, “Шатлыҡ” фольклор берекмәһе етәксеһе Рәшиҙә Иҙелбаева һәм “Шатлыҡ” фольклор берекмәһе ағзалары – Азамат Иҙелбаев, Илназ Абдрахманов һәм Сынтимер Исмәғилев ҡатнашты.
Аяныслы яҙмышлы шәхестәребеҙҙең береһе Буранбай сәсәндең ҡасҡынлыҡта үткән тормошо, ижады, һуңғы төйәге хаҡында оҙаҡ йылдар ошо шәхескә арналған материалдар туплап, әлеге ваҡытта роман яҙып ятҡан Әхмәр Үтәбай сәсән тураһында бик тетрәндергес итеп һөйләне. Ә быйылғы икенсе юбиляр сәсән – Икенсе Этҡол ауылынан Шәһәрғәзи Ғәбдиев – Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтов традицияларын дауам итеүсе шәхестәрҙең береһе. Буранбай сәсән кеүек, уның да яҙмышы аяныслы – бер нисә һуғышта ҡатнаша, бер ғәйепһеҙ 10 йылға хөкөм ителеп төрмәлә ыҙа сигә, золом ҡорбаны була, аҙаҡ исеме аҡлана. Шәһәрғәзе Ғәбдиевтың ауылдашы ғына түгел, хатта уның тере сағын күреүсе лә бөгөнгө көн сәсәне Әкрәм Ҡәйепҡолов уның тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Бына ошондай ауыр яҙмышлы булыуына ҡарамаҫтан, халҡын йөрәгендә йөрөткән ысын сәсәндәребеҙҙе онотмаҫҡа, уларҙың матур традицияларын беҙ ҙә дауам итергә, үҫтерергә бурыслыбыҙ. Элек сәсәндәр ауылдан ауылға йөрөп, йыйындарҙа ҡатнашып телмәрен үҫтерһә, халыҡҡа танылһа, беҙҙең бөгөнгө сәсәндәребеҙгә халыҡҡа сығыу күпкә еңелерәк – интернет киңлектәре бик ныҡ ярҙам итә. Шулай уҡ сәсәндәрҙе асыҡлау, үҫтереү өсөн Республика Халыҡ ижады үҙәге ойошторған Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе – төп майҙан ул. Уларҙың “Бәйләнештә” селтәрендәге онлайн ярыштары һәм йыйын йыйып бүләкләү саралары ойоштороуҙары бөгөнгө сәсәнлек мәктәбен үҫтереүҙең бер алымы булып тора ла инде. Ә инде йыл һайын «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы уҙғарылыуы – йәш һүҙ оҫталарын үҫтереүсе шәп сара.
Ошо конкурстарҙың даими жюри ағзаһы, яҡташыбыҙ Мирас Иҙелбаев: “Урал батыр” эпосы буйынса конкурс– оҙаҡ ятып шартлай торған бомба, сөнки балалар йөрәгенә һалған рухыбыҙ бик матур мәртәбә булып ҡайтасаҡ”, – тип әйткәйне.
Бынан тыш гәзит-журналдар ҙа был йәһәттән төрлө конкурстар ойоштороп, сәсән рухлыларҙы асыҡлауға тос өлөш индерә. Гәзит тигәндәй, “Киске Өфө” гәзитендә Әҙәбиәт йылы уңайынан 2015 йылда әйтештәр конкурсы бик әүҙем барҙы. Халыҡ уны яратып ҡабул итте. Тап шунда беҙҙең яҡташтар Әхмәр Үтәбай, Таңһылыу Вәлиева, Әкрәм Ҡәйепҡолов Көфө, Йәнһылыу, Айытҡужа сәсән исемдәре аҫтында әйтешеп, еңеү яулауға өлгәште. Йәнһылыу һәм Көфөнөң әйтеше Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың “Ғәфү ит, ғүмер” китабында ла баҫылып сыҡты. Унан өҙөктө китап авторы уҡып ишеттерҙе.
Был әйтеш “Киске Өфө” гәзитендә баҫылғас, әҙибә, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева: “Ысын әйтеш ошолай була!” – тигән баһа биреүе – бөгөн дә ысын сәсәндәребеҙ йәшәүе хаҡында һөйләй. Был бик тә һөйөнөслө. Әйткәндәй, әйтеш ул сәсәндең фекер үткерлеген тикшереүсе берҙән-бер ысул ул.
Кисәлә ҡатнашыусы сәсәндәрҙең оҫталығын һынау өсөн түбәндәге тема тәҡдим ителде:
“Китап – белем шишмәһе”, – тип
Өйрәндек бала саҡтан.
Тимур, уның командаһы
Рухын тотто ул саҡтар.

Тотош дәүер юҡҡа сыҡҡас,
Буталанғас замандар,
Өйрәтеүселәр күбәйҙе,
Бар әле ул һаман да:

“Уңышлы булайым тиһәң”,
“Бәхетле булыу сере”,
“Иң тәүҙә үҙеңде ярат!”,
“Нисек байырға сереп?”…

Тап шул китаптар уҡымлы,
Алып ҡайталар өйөп!
Махсус рецепт менән генә
Буламы икән һөйөп?..

Һәр кем үҙ зауҡына һайлай,
Тик китапһыҙ ҡалмағыҙ!
Ә шулай ҙа ниндәй китап
Булыр рухи ҡиблабыҙ?..

Диңгеҙҙә батып барғанда:
“Бары бер китап ҡына
Һеҙҙе ҡотҡарыр”, – тиһәләр,
Бик ныҡлы һайлап ҡына

Юлдаш итер инегеҙ һеҙ
Ҡайһы тик бер китапты?
Сәсән апай һәм ағайҙар,
Һеҙҙән көтәм яуапты.

Сәсән булһаң, әйт шуны,
Яуабыны тап шуны!

Таңһылыу Вәлиева – “Урал батыр”, Әхмәр Үтәбай – “Ҡөрьән” һәм Әкрәм Ҡәйепҡолов “Әлифба” китаптарын һайлаясаҡтарын шиғри формала еткереп, үҙҙәренең сәсән икәнлектәрен иҫбатланы. Заманса әйткәндә, эксклюзив экспромт күренеш булды. Ысынлап та, Ҡөрьән, Урал батыр, хатта Әлифба беҙҙең рухи ҡиблабыҙ булғанда, диңгеҙҙә лә батмаҫбыҙ, утта ла янмаҫбыҙ, рухыбыҙ ҙа һынмаҫ!
Артабан Балалар ижады үҙәге педагогы, “Шатлыҡ” фольклор берекмәһе етәксеһе, Рәшиҙә Иҙелбаева үҙенең эш алымдары, берекмә ағзаларының уңыштары менән таныштырҙы. “Шатлыҡ” фольклор берекмәһе тәрбиәләнеүселәре рухлы итеп ысын башҡорт малайы нисек булырға тейешлеге хаҡында сығыш яһаны. Артабан сәсәндәр ысын сәсән ниндәй булырға тейеш тигән һорауға яуаптар эҙләне, йәш быуынға үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе.
Бығау һыныр, намыҫ һынмаҫ,
Ирек яулау мәңге тынмаҫ.
Ир бөтһә лә илем бөтмәҫ,
Сәсәнлектәр беҙҙән китмәҫ! Амин!