“САҒЫУ БУЛҺЫН ҒҮМЕР КӨҘҘӘРЕ!”
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләгән Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе, “Теплые встречи”, “Мастерица” клубтары ағзалары, шиғриәт һәм йыр-моң һөйөүсән китапхананың тоғро дуҫтары өсөн ретро йырҙар оҫтаһы, танылған баянсы Азамат Ишйәров менән шәп осрашыу үтте. Ололар көнөнә арналған сара “САҒЫУ БУЛҺЫН ҒҮМЕР КӨҘҘӘРЕ!” тип аталды. Әҙәби-музыкаль кисәлә Азамат Муса улының тормош юлына байҡау яһалды. Әрме хеҙмәтенән һуң Фәндәр академияһында музыканы нотаға һалыу менән шөғөлләнеүе, Башҡорт дәүләт академия драма театрында мәшһүр актерҙар Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаевалар менән бергә эшләүе, Сибай филармонияһы менән Грецияға гастролдәре тураһында ҡыҙыҡ итеп һөйләне, дәртле лә, һағышлы ла йырҙар бүләк итте. Кисәлә ҡатнашыусылар гөрләшеп бейешеп тә алдылар. Ул етәкләгән “Һаҡмар” халыҡ театры актрисаһы Фәрзәнә Мөхәмәтшина Фирүзә Абдуллинаның “Мәлдәрем” шиғырын уҡып ишеттерһә, Икенсе Этҡол ауылы китапханасыһы Фәниә Мәжитова моңло йыр бүләк итте. “Йәнгүҙәй” берекмәһе ағзалары Зәкиә Сөләймәнова, Нәфисә Мәмбәтова, Зәкиә Юнысбаева, Гөлзифа Исрафилова алтын миҙгелгә һәм ғүмер көҙөнә арналған хисле шиғырҙарын һөйләне. Кисә дәррәү “Бүләк” йыры менән тамамланды.