«Сая башҡорт ҡыҙҙары»
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Сая башҡорт ҡыҙҙары» исемле сарала районыбыҙҙың рухлы, дәртле, мәргән уҡсы ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты. Сәғиҙә Рахманғолова, Рита Ҡоланбаева, Фәнүзә Мырҙағалина, Рәмзиә Бәхтиева, Гөлгөнә Ҡолғарина, Лилиә Сирбаева, Сәлимә Рахманғолова үҙҙәре тураһында яҡындан таныштырып, уҡтан атыу шөғөлөнөң үҙенсәлектәре, ҡағиҙәләре һәм район, республика кимәлендә үткәрелгән мәргәндәр бәйгеләрендә яуланған үрҙәре хаҡында һөйләп үттеләр. Сараның иң мауыҡтырғыс мәле мәргән ҡатын-ҡыҙҙарҙың уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтеүе булды.
Тамашаны ҡыҙыҡһынып ҡараған ҡаланың 1-се мәктәбе, 4-се лицей ҡыҙҙары күпме көс, мәргәнлек, ҡыйыулыҡ талап иткән был спорт төрөндә үҙҙәрененең көсөн һынап ҡараны. Талантлы Урал Моратов, Фидан Хисмәтуллин башҡарыуында рухлы йырҙар ҡатнашыусыларҙың күңеленә дәрт һәм илһам өҫтәне.