logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Солтанов Йыһат Әҙеһәм улына 92 йәш

Бөгөн, 3 декабрҙа яҙыусы, башҡорт журналистикаһы ветераны, тарихи-публицистик әҫәрҙәр авторы Солтанов Йыһат Әҙеһәм улына 92 йәш тула.
Йыһат Солтанов СССР-ҙың Журналистар, Яҙыусылар союздары ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия лауреаты. Зигат Султанов

1932 йылдың 3 декабрендә Башҡортостан АССР-ы Ейәнсура районы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы) Сәнкем-Биктимер ауылында тыуған.

Һунарсы башланғыс мәктәбендә белем ала. Һуңынан күрше Желтый ауылының 7 йыллыҡ мәктәбенә йөрөй. Ауырыу сәбәпле, уны тамамлай алмай.

Район үҙәгендә ярты йыллыҡ курста уҡығандан һуң колхозда ветеринария санитары булып эшләй. 1950 йылда Ырымбур ауыл хужалығы мәктәбенә ебәрелә.

1950—1956 йылдарҙа ике Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Балтик хәрби-диңгеҙ флотының мина тралщигында хеҙмәт итә, диңгеҙ юлдарын Бөйөк Ватан һуғышынан ҡалған миналарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша.

Запасҡа ҡайтарылғандан һуң Ағиҙел йылға пароходствоһында, шунан һуң тыуған яғындағы «Һаҡмар» колхозында эшләй. Был йылдарҙа ситтән тороп урта белем ала.

1965—1969 йылдарҙа «Һәнәк» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары редакцияларында, артабан оҙаҡ йылдар «Ағиҙел» журналының әҙәби хеҙмәткәре була. 1980 йылдар башынан — профессиональ яҙыусы.

КИТАПТАРЫ:
Урман бабай: Хикәйә. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1967, 22 бит.
Йондоҙ ямғыры: Шиғырҙар.Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969, 54 бит.
Таң нурҙары: Повесть. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971, 200 бит.
Минең шәжәрәм: Шиғырҙар һәм поэма. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974, 80 бит.
Ҡояшлы ҡая: Повесть һәм хикәйәләр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978, 240 бит.
Ҡырҡбыуын: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982, 174 бит.
Аҡсарлаҡ: Шиғырҙар, шиғри әкиәттәр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
Иҫтәлеккә: Роман-ҡисса. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.