logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Сыңғыҙҙа район ағинәйҙәре республика ” Ағинәйҙәр ” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева менән осрашты.

Сыңғыҙ мәҙәниәт йортонда Ағинәйҙәр йыйыны үтте. Был йыйындың төп ҡунаҡтары- республика Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, республиканың баш Ағинәйе, халыҡ яратып уҡыған “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист, яҙыусы Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева һәм Баймаҡ районы ағинәйҙәре ҡоро рәйесе Монасипова Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы булды. Шулай уҡ ғүмер буйы халҡына, милләтенә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ хеҙмәтенән ләззәт һәм ҡыуаныс, йәм табып йәшәүсе,төрлө өлкәлә эшләп, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға күп көс һалған Таулыҡай, Буранбай, 1-се Этҡол, Ғүмәр, Йәрмөхәмәт, Мерәҫ,Ҡуянтау, Ҡаратал, Түбәнге Иҙрис, 2-се Этҡол, Ниғәмәт, Яйыҡбай , Ғәҙелбай ауылдарынан килгән ағинәйҙәр, шулай уҡ ауылыбыҙҙың абруйлы ир – егеттәре ҡатнашты.
Сыңғыҙ ағинәйҙәре  мәктәп уҡыусыларына һәм килгән ҡунаҡтарға бирнә һандығы тултырыу йолаһын, шаршау эшләү тәртибе, сарыҡ бороу өсөн тула баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте.

Йола, ғөрөф-ғәҙәт һәм байрамдарыбыҙ беҙҙең рухи мираҫыбыҙ, байлығыбыҙ ул. Матди байлыҡ-ул фани, бөтә торған, ваҡытлы нәмә, ә аҡыл көсө менән хасил булған донъяға ҡараш, кешеләрҙең аралашыуы, ғөрөф-ғәҙәте-мәңгелек. Ошо мираҫ телебеҙҙә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙә, быуын-быуындан күсеп килгән йолаларыбыҙҙа, байрамдарҙа һаҡлана һәм ул быуындан-быуынға тарих сылбыры булып үрелеп барһын ине, тигән теләктәрен еткерҙе ағинәйҙәр.
Сараның икенсе өлөшө түңәрәк өҫтәл артында йәнле һөйләшеү менән дауам итте. Осрашыу юғары,эшлекле кимәлдә үтте, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйылды.