«Тәбиғәткә сорналған ғүмер»
Бәрәкәтле Баймаҡ еренең тәбиғәтен данлаған, шәхестәрен барлаған талантлы яҡташыбыҙ, биш китап авторы Гөлгөнә Ниәтшинаның сираттағы «Тәбиғәткә сорналған ғүмер» исемле китабы әҙәбиәт һөйөүселәргә оло бүләк булды. Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһында Гөлгөнә Хәмит ҡыҙының яңы китабының исем туйы үтте. Был әҙәби сарала авторҙың ижадташ дуҫтары: “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Иҫәнгилдина, мәғәриф ветераны Рәйсә Иҫәнбаева, ауылдаш коллегалары: Азамат Ишйәров, Көнһылыу Сөләймәнова, Наилә Нотфуллина, Хәмдиә Ғүмәрова, Борис Хәйретдинов, туғандары, китаптың төп геройының тормоштағы прототибының яҡындары, китап уҡыусылар, китапханасылар һәм башҡа әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Алып барыусылар китаптың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән таныштырып үтте. Йыйынтыҡҡа ингән шиғырҙар ҙа сараның матур бер биҙәге булып яңғыраны. Саҡырылған ҡунаҡтар китапҡа аҡ юл теләне һәм үҙҙәренең изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен күңел түренән сыҡҡан йыр һәм шиғырҙар аша еткерҙе.